+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
31 Октябрь 2020, 12:12

Көҙгө ялымды ауылда үткәрәм

Көҙгө каникулымды Йылайыр районы Ҡашҡар ауылында өләсәй менән ҡартатай янында үткәрәм. Уларға баҡсаны, ишек алдын таҙартырға ярҙам иттем. Бергәләп сөгөлдәр-кишер­ҙәрҙе таҙартып, мөгәрәпкә һалдыҡ.

Өләсәйем сәскә үҫтерергә бик ярата. Ул мәктәптә 40 йыл биология уҡытыусыһы булып эшләгән. Баҡсаһындағы 10 төрлө георгинын ҡаҙып алып, таҙартып, киптереп, мөгәрәпкә ҡуйҙыҡ.

Өләсәйем менән ҡартатайым күп итеп өйрәк, ҡаҙ аҫрайҙар. Мин уларҙы бәләкәй һыу буйында көттөм. Ҡарамаһаң, ҡош-ҡортто төлкө урларға әҙер тора бит.

Каникулда һеңлем менән көҙгө урманды ҡыҙырып та ҡайттыҡ. Унда шул тиклем һоҡланғыс, тирә-яҡ алтынға мансылған һымаҡ. Ауылда ныҡ рәхәт икән!


Наҙгөл МӨХӘМӘТЙӘНОВА, V «А» синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы.

Читайте нас: