+20 °С
Ясна
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
6 Ноябрь 2020, 13:35
Әҙиләгә етеп ҡара
Һәр яҡлап та килгән, уңған, тырыш ҡыҙ ул Әҙилә Сәлиева. Талбазы лицейында X синыфта уҡый. Бәләкәй генә сағынан уҡ үҙен йырсы, тасуири шиғыр һөйләүсе, шәп спортсы итеп күрһәтте. Бер байрам да уның ҡатнашлығынан башҡа үтмәй тиерлек.
Ҡыҙ тәүге Маҡтау ҡағыҙҙарын балалар баҡсаһында уҡ ала башлай. Әле уның район кимәлендә төрлө олимпиадаларҙа еңеүҙәре һанап бөткөһөҙ. Республика, Рәсәй кимәлендә уҙғарылған фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ла уңышлы сығыш яһап, призлы урындар яулай. Оҫта һүрәт төшөрөүсе, баскетболсы булараҡ та беҙҙе һоҡландырып, шатландырып ҡына тора.
Әҙилә – баҫалҡы, синыфташтарының ихтирамын яулаған уҡыусы, ата-әсәһенең яратҡан ҡыҙы, апаһының хәстәрлекле һеңлеһе лә ул. Үҙенә уңыштар, алдына ҡуйған маҡсатына ирешеүен теләйбеҙ. Артабан да бер ҙә һынатма, йәме!
Рәйсә ИСЛАМҒОЛОВА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Ауырғазы районы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?