+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Маҡтау грамотаһы менән дә бүләкләндем

Буш ваҡыттарымды, ялымды файҙалы итеп үткәрергә тырышам.

Компьютер алдында тик кенә ултырырға яратмайым. Бейеү түңәрәгенә йөрөгәс, етәксем менән «Ҡоралай» бейеүен өйрәндем. Стоматология клиникаһына йөрөп, тештәремде яматып алдым. Хатта «Теш дауалағанда батырлыҡ өсөн» Маҡтау грамотаһын тапшырҙылар. Ялымда паркта самокатта ла йөрөнөм, көҙгө тәбиғәттең матурлығына ла һоҡландым. Ә өйҙә әсәйемә бәлеш бешерергә ярҙам иттем.

Бына ошолай һәр көнөм ҡыҙыҡлы үтте.

Йәсминә УРАҘҒОЛОВА, II «Б» синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы.

Читайте нас: