+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ҡустымдың ялы

Республикабыҙҙа тажлы вирус көсәйеү сәбәпле, каникул тағы ла бер аҙнаға оҙайтылды. Был хәбәр бигерәк тә бәләкәй синыф уҡыусылары өсөн ҡыуаныслы булды.

Минең икенсе синыфта уҡыусы Илмир исемле ҡустым бар. Ул – бик шаян һәм ҡыҙыҡ малай. Бер көн ҡустым әсәйемдең А4 форматындағы ҡағыҙҙарын тотоп алып, йәһәт кенә бүлмәһенә йүгерҙе. Ә, белдем: ул ҡағыҙҙан кәмә эшләргә йыйына икән. Әсәйем тиҙ генә уны яһау тәртибен күрһәтеп тә бирҙе. Илмир рәхмәт әйтеп, эшкә лә тотондо.

Инде кис тә етте. Ҡустым һаман бүлмәһендә нимәлер эшләй. Бер ваҡыт 21 дана ҡағыҙҙан эшләгән кәмә, 1 самолёт һәм 4 ис­требитель алып сыҡмаһынмы! Әсәйебеҙҙең ҡағыҙҙары документҡа түгел, ә Илмирҙең яратҡан кәмәләренә тотонолдо. Беҙҙең иҫебеҙ китте. «Шул берәү йә бишәүҙе яһаһа ла етмәй инеме икән?» – тип уйланып торҙом. Ләкин Илмир сюрприз эшләй белә, етмәһә, ул ҡағыҙҙан ғына түгел, ә конструкторынан да оҙон «Титаник» эшләп ҡуйған. Тик уныһы оҙаҡҡа сыҙаманы, «айсберг»ҡа төкөлөп, уртаға һынды.

Ошолай төрлө ҡыҙыҡлы ваҡиғалар менән Илмир ҡустымдың каникулы үтеп бара. Ә һеҙҙең һеңле, ҡустыларығыҙ көҙгө ялын нисек үткәрҙе?


Илүзә АЙЫТБАЕВА.
Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.

Читайте нас: