+5 °С
Ямғыр
Telegram
Тестар
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
13 Ноябрь 2020, 13:23
Һаулыҡ – ҙур байлыҡ
Һаулыҡҡа бала саҡтан иғтибар бирергә кәрәк. Таҙалыҡ – сәләмәтлектең нигеҙе. Беҙҙең «Шатлыҡ» балалар баҡсаһының «Айыуҡай» уртансылар төркөмөндә «Таҙалыҡ» аҙналығы үтте.
Балаларға таҙалыҡ ҡағиҙәләрен өйрәтеү, өҫ-башынды тәртиптә йөрөтөү ғәҙәтен формалаштырыу маҡсаты менән шиғырҙар уҡыныҡ, дидактик, сюжетлы уйындар уйнаныҡ. Кескәйҙәрҙе Корней Чуковскийҙың «Мойдодыр» әҫәре менән таныштырҙыҡ һәм сәхнәләштерҙек. Ғайсар беҙҙә бысраҡ малай ролен уйнаны, дуҫтары уға таҙа йөрөүҙең мөһимлеген аңлатты. Балалар менән бергә ҡул, биттәрҙе таҙа тотоу, бигерәк тә тыштан ингәс, ашар алдынан, бәҙрәфкә барғандан һуң һабынлап йыуынырға кәрәклеген тағы бер ҡабатлап үттек.
Был аҙналыҡтан ата-әсәләр ҙә ситтә ҡалманы: «Һабынлы бум» акцияһына әүҙем ҡушылдылар. «Айыуҡай» төркөмө тәрбиәленеүселәренең ата-әсәләре ярҙамы менән йыйылған гигиена кәрәк-яраҡтары район балалар приютына тапшырылды. Шулай итеп, башҡарылған эштәребеҙ һөҙөмтәһендә кескәйҙәр таҙалыҡ һаулыҡтың төп нигеҙе икәненә инандылар.
Гөлшат ЮЛАНОВА, тәрбиәсе.
Хәйбулла районы, Аҡъяр ауылы.
Читайте нас в