+14 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ауылда рәхәтләндек кенә!

Көҙгө каникулымды мин Бүздәк районының Ҡаңны-Төркәй ауылында үткәрҙем. Унда өләсәйем йәшәй. Беҙҙең ҡайт­ҡанды һәр саҡ көтөп ала.

Өләсәйем 36 йыл башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып эшләгән. Әле хаҡлы ялда, баҡса үҫтерә, ҡош-ҡорт аҫрай. Уның егәрлелегенә һоҡланырһың! Баҡсаһында ниндәй генә сәскә, йәшелсә-емеш, емеш-еләк ағасы юҡ.

Быйыл көҙ бик матур килде. Көндәр йылы һәм ҡоро торҙо. Шунлыҡтан беҙ бик күп эштәр башҡарып өлгөрҙөк. Өләсәйем менән балан йыйып, таҙартып, ҡайнатма, компот әҙерләнек, бәлеш бешер­ҙек. Бик тәмле килеп сыҡты.

Атайым менән картуф, кишер, сөгөлдөрҙө мөгәрәпкә төшөрөп һалдыҡ. Урманға утынға ла барып ҡайттыҡ. Атайым бысып торҙо, беҙ ҡустым менән арбаға тейәнек.

Шулай итеп, көҙгө каникулды күңелле һәм файҙалы итеп үткәр­ҙек. Ҡустым һәм һеңлем менән саф һауала уйнарға ла өлгөрҙөк.


Айбулат ЯҠУПОВ, V «А» синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы.

Читайте нас: