+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Дуҫтарымды һағынырмын инде

Көтөп алған көҙгө каникул да йәйгеһе һымаҡ тиҙ генә үтеп китте. Мин, ғәҙәттәгесә, ялымды тыуған Яҡубымда үткәрәм. Ауылымды, тәбиғәтен бик яратам. Шайтан, Көйөргәҙе, Санйын йыл­ғалары ҡушылған ерҙә, тау һырты буйлап урынлашҡан ул. Тау башына менеп ҡараһаң, тирә-яҡ ауылдар, туғайҙар, ялан-баҫыуҙар – бөтәһе лә күренә.

Йәй көнө һыу ингән Шайтан йылғаһы буйында ла йөрөп килдем, тик хәҙер өйәңкеләрҙә бер генә япраҡ та ҡалмаған: ағастар ҙа, ҡамыштар, сабылмай ҡалған үләндәр ҙә көрән төҫтә. Ҡоштар ҙа һайрамай, тик йылғала йөҙгән ҡаҙҙар ҡаңҡылдауынан ғына тирә-яҡ яңғырап тора. Малдар ҙа ҡураға инмәне әле, ялан тултырып утлап йөрөйҙәр. Фермер атайымдың да иген баҫыуҙары ял итә. Уңыш йыйыуҙа мин дә ярҙам иттем: әсәйем менән ашарға ташыныҡ.

Беҙ йәй көнө сейә, ҡарағат, алма, еләктән ҡайнатмалар яһағайныҡ, хәҙер рәхәтләнеп сәй эсәбеҙ. Ер еләге быйыл ныҡ күп булды бит, беҙ ауылыбыҙға яҡын Һәлтәш урманынан, Ғафар тауынан ғына йыйҙыҡ.

Әле 3 йәшлек кенә Регина һылыуымды ҡарашам, игенде ваҡлап, малға кискелеккә бирергә әҙерләйем, өй йыйыштырам. «Бәйләнештә» селтәрендә дуҫтарым менән дә аралашырға ваҡыт табам. Дистанцион уҡыуға күскәс, уларҙы ныҡ һағынырмын инде, сөнки телефон аша ғына һөйләшеү етмәй. Ләкин бөтәбеҙ ҙә һаҡланһаҡ, вирус та үрсергә үҙенә урын таба алмаҫ. Беҙ ҙә элеккесә иркенләп, урамдарҙа йөрөр, халыҡ та ауырымаҫ ине. Ә былай һәр ваҡыт шомландыра, ауырыуҙың ҡайҙа һине аңдып ҡына торғанын да белмәйһең.

Руфина ИСКӘНДӘРОВА, VII cиныф уҡыусыһы, «Рухи мираҫ» түңәрәге ағзаһы.
Күмертау ҡалаһы, 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһы.

Читайте нас: