-6 °С
Болотло
VK
OK
Telegram
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
20 Ноябрь 2020, 12:43
Иҫ китмәле Ҡара диңгеҙ, Абхазия...
Көҙгө каникулымды Сибайҙа түгел, ә күптәнге хыялым булған йылы яҡтарҙа үткәрҙем. Тәүҙә Адлер ҡалаһына килеп урынлаштыҡ. Әсәйем, Салауат ағайым һәм мин сәйәхәтебеҙҙе ҡала менән танышыуҙан башлап ебәрҙек. Диңгеҙ, парк, баҙар янында йәшәгәс, ныҡ күңелле булды.
Краснодар крайына күрше генә булған Абхазияға ла барҙыҡ. Сәйәхәтебеҙҙең иң күңеллеһе лә шунда үткәндер, моғайын. Сөнки беҙ данлыҡлы Рица күлен, Гега шарлауығын, бейек тауҙарҙы һәм тау йылғаларын күрҙек. Ундағы матурлыҡты һөйләп бөтөрөрлөк түгел. Шулай уҡ Абхазияның Гагра ҡалаһы буйлап сәйәхәт ҡылдыҡ. Һеҙ ниңә был ил Абхазия тип аталғанын беләһегеҙме? Әйҙә, үҙем һөйләйем әле: Аллаһ барлыҡ милләтте йыйып, Ер йөҙөндәге ерҙәрҙән һәр береһенә йәшәргә урын бүлеп биргән. Абхаздар ғына йыйынға өлгөрмәгән. Вәкилдәре һуңлап ҡына Аллаһҡа килгән дә:
– Мин саҡырғанда ҡайҙа булдығыҙ һуң? – тип һораған Аллаһ.
– Ҡунаҡтарымды һыйланым, уларҙы ташлап сығып китә алманым, – тип яуап биргән вәкил.
– Ҡунаҡсыл, киң күңелле икәнһегеҙ, улай булғас, үҙемә тигән бәрәкәтле, хозур мөйөштө һеҙгә бирәм. Бына – илаһи урын!
Ысынлап та, абхаздар өлөшөнә лә, башҡорттарҙыҡы кеүек, ғәжәйеп матур, ожмахҡа тиң урындар төшкән икән. Бына мин дә хәҙер ошо хозурлыҡты күрҙем. Бигерәк иҫ китмәле шул!
Шулай ҙа иң оҡшағаны – Ҡара диңгеҙ, тиер инем. Бер көндө яр буйлап оҙаҡ йөрөнөк. Көслө тулҡындар менән шаярып алдым. Сочиҙағы Олимпия стадионында футбол ҡарарға ла өлгөрҙөк. Футболсыларҙы йәлләп тә ҡуйҙым, ғәләмәт бәрелешеп, йығылып китәләр ҙә ул. Ныҡ ауыртыуҙан оҙаҡ ҡына тора алмай ҙа яталар. Бигерәк тә әсәйем йәлләне үҙҙәрен. Футбол шулай була инде, хәҙер белдем, үҙ күҙҙәрем менән күрҙем бит. Тағы ла Абхазияла бассейнда һыу инеп рәхәтләндек.
Быйылғы көҙгө ялымды бына шулай күңелле итеп үткәрҙем. Ошондай ҡыҙыҡлы, иҫтәлекле сәйәхәт-бүләге өсөн Мәскәү ҡалаһында эшләп йөрөгән Салауат ағайыма ҙур рәхмәт. Уға һаулыҡ, бәхет һәм уңыштар теләйем.
Йәнбулат Ғирфанов, IV синыф уҡыусыһы.
Сибай ҡалаһы,
Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Матбуғат
17 Май , 10:58
Яҙыл да бүләк от!
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...