+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Китаптың исем туйында

Күптән түгел Белорет районының Сосновка ауылында Урал аръяғының ижади көстәрен берләштергән «Ҡуңыр буға» төбәк йәмәғәт ойошмаһының сираттағы йыйыны булып үтте.

Уның төп маҡсаты Әбйә­лил, Учалы һәм Белорет райондарында йәшәп ижад итеүселәрҙең урыҫ телендә донъя күргән «Под созвездием бурого тельца» йыйынтығының исем туйы булһа ла, бер ыңғайҙан Сатура Минһажетдинова етәкләгән «Урал» гәзитенең һәм Сосновка ауылы ағинәй­ҙәренең эше менән дә танышып ҡайттыҡ. Земфира Кәримова етәкселегендә был клуб ағзалары, район, республика кимәлендә үткәрелгән төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашыуҙан тыш, башҡорт мәҙәниәтен пропагандалау, халҡыбыҙҙың милли йолаларын тергеҙеү буйынса ла бик күп эштәр башҡара. «Ҡарағайлы көҙ­ҙәре» тип атал­ған кисәләр ҙә тәү башлап тап ошо ағинәй­ҙәр клубы инициативаһы менән 2014 йылда ойошторола башлай. Хә­ҙер инде был ауылдың матур йолаларының береһенә әүерелгән. Клубтың эшендә урыҫ милләтле кешеләр ҙә бик әүҙем ҡатнаша.

Был йыйынтыҡҡа 22 авторҙың шиғри әҫәре индерелгән. Ә уларҙы урыҫ теленә Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылында йәшәүсе шағир Булат Усманов тәржемә иткән. Китапта донъя күргән әҫәрҙәрҙең байтағы Әбйә­лилдән Гүзәл Әхмәҙиева, Мәҙинә Йәғәфәрова, Мәрйәм Сәлмәнова, Илсиә Ҡасимова, Фатима Һи­бәтованыҡы. Уларҙың һәм йәнә 6 авторҙың шиғыр­ҙары урыҫ телендә лә бик аһәңле яңғырай.

Кисәлә Иршат Шәғәлин, Илнур Әхмәтшин, Ри­ма Йосопова башҡарыуындағы йырҙар, Полина Борисованың башҡортса бейеүе һәм драма түңәрәге ағзаларының сығыштары бөтәһенең дә күңеленә хуш килде. Ә инде Белорет ҡалаһында тыуып үҫкән шағирә, Баш­ҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Нина Зиминаға арналған видеоконкурста еңеүселәргә «Ҡуңыр буға» төбәк йәмәғәт ойошмаһының Рәхмәт хаттары менән китаптары тапшырылһа, беренсе урынды яулаған Нәфисә Заһретдинова «Ағиҙел» журналына ярты йылға подписка менән бүләкләнде. Шулай уҡ икенсе һәм өсөнсө урындарҙы яулаған Фәрзәнә Хәйбуллина менән Сулпан Алсынбаевалар ҙа бүләкле булды. Уларҙың береһенә – «Башҡортостан ҡыҙы», ә икен­сеһенә «Шоңҡар» журналының квитанциялары тапшырылды.

Зөһрә Кашапова.
Әбйәлил районы. Асҡар ауылы.

Читайте нас: