-13 °С
Болотло
Telegram
Тестар
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
27 Ноябрь 2020, 15:09
Эштәрҙә – көҙ сағылышы
Мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы реабилитациялау үҙәгендә эшләп килгән «Оҫта ҡулдар» ижади оҫтаханаһында мөғжизәләр тыуҙырыла. Балалар тәрбиәселәре етәкселегендә ҡағыҙ-ҡатырға, елем, энә-еп, пластилин кеүек төрлө материалдарҙан «һә» тигәнсе күҙҙең яуын алырлыҡ уйынсыҡтарҙы ҡойоп ҡуя.
Ҡыҙҙар, малайҙар ижади эштәрендә көҙ миҙгеленең матурлығын да ихлас сағылдырҙы. Йәрминкәгә тип пластилин, декоратив ҡомдан икмәк, баллы перәниктәр, бәлештәр «бешерҙеләр», төрлө төҫтәрҙәге ептәрҙән матур ҡурсаҡтар бәйләнеләр. Тубырсыҡтан тыуған һаҡсыл ҡуян, терпе, һуған-ҡарышлауыҡ та йүгереп килеп еткән! Ҡағыҙҙан йәнләнгән бихисап йәнлек-ҡоштар йәрминкәгә йәм өҫтәне. Балаларҙың да күңелдәре шатлыҡ менән тулы ине: үҙ ҡулдарың менән шундай матурлыҡты булдыр әле!
Клара ҒӘЙФУЛЛИНА, тәрбиәсе.
Өфө ҡалаһы.
Читайте нас в