+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Лимондар ҙа үҫә икән!

Яңы уҡыу йылы әле башланып ҡына киткән кеүек ине, инде көҙгө каникул да уҙҙы. Һәр ялымда ғаиләм менән сәйәхәт итергә яратам. Быйыл донъяла ҡурҡыныс вирус таралғас, ҡырға ял итергә бара алманыҡ. Шулай ҙа мин каникулымды күңелле һәм файҙалы итеп үткәрҙем, тип уйлайым.

Беҙҙең Башҡортостаныбыҙҙа матур урындар бик күп. Төрлө яҡтарҙа булдыҡ. Өфөнөң лимонарийына сәйәхәт иң ҡыҙыҡлыһы ине. Беҙҙә лә шулай күп лимондар үҫә ала икән, тип аптырап йөрөнөм. Уларҙың ниндәй генә төрҙәре юҡ икән! «Ләйсән», «Зилә», «Салауат» исемлеләре лә бар.

Беҙҙең лимонарийыбыҙ Рәсәйҙә лә танылған. Бында ҡала-райондарҙан күрергә киләләр. Шулай уҡ унда төрлө-төрлө сәскәләр, үләндәр ҙә үҫә.

Каникулымда ауылға барып, өләсәйемә лә ярҙам иттем. Ҡаҙ өмәһендә ҡатнаштым. Төрлө түңәрәктәргә йөрөнөм. Бик файҙалы булды ялым. Ошондай шәп каникул өсөн атай-әсәйемә рәхмәтлемен.

Гөлназ НӨҒӘМӘНОВА, V «Б» синыфы уҡыусыһы.
Әбйәлил районы, Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназия.

Читайте нас: