+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Шәфҡәт туташы булып эшләй

29 ноябрь – Әсә көнө Әсәйем Сибайҙа поликлиникала шәфҡәт туташы булып эшләй. Һөнәре бик оҡшай үҙенә. Бәләкәй сағында ҡәҙерлебеҙ артист булырға теләгән. Шулай ҙа медицина юлын һайлаған. Быға бер ҙә үкенмәй.

Бик хәстәрле, ярҙамсыл кеше ул. Өләсәй, ҡарт­әсәй һәм башҡа туғандар ауырыһа, әсәйем система ҡуя, укол һала. Шуға ла үҙен яраталар, хөрмәт итәләр, күҙенә генә ҡарап торалар.

Рәүил СИБАЕВ, VI «А» синыфы уҡыусыһы.

Аш-һыуҙары телеңде йоторлоҡ

Ҡәҙерлемдең исеме – Айгөл. Уға – 37 йәш. Әлеге ваҡытта декрет ялында ултыра. Унан алда балалар баҡсаһында эшләгәйне. Таҙалыҡ, матурлыҡ ярата, бик уңған. Аш-һыуҙары телеңде йоторлоҡ. Ул көн дә берәй яңы, алдан бешермәгән ризыҡ әҙерләй. Аш-һыу серҙәрен интернет селтәренән ҡарап белә.Әсәйем – бик эшсән, аҡыллы, шаян кеше. Иң яҡын әхирәтем, кәңәшсем дә. Беҙ уның менән бергә кино ҡарарға, сәй эскәндә һөйләшеп алырға яратабыҙ.

Минең Әминә, Мәҙинә исемле һеңлеләрем, Ибраһим ҡустым да бар. Әсәйемә туғандарымды ҡарашырға ярҙам итәм. Ҡустым менән туп уйнарға яратам, ә Әминә менән көнөбөҙҙө «матурлыҡ салоны»нда үткәрәбеҙ. Уларға дәрестәр бирергә яратам, уҡырға, һанарға өйрәтәм, тыуған яҡҡа һөйөү хистәре уятам. Ә Мәҙинәбеҙ, эй, шаян да ул. Үҙенә 8 ай ғына булһа ла, көн дә беҙҙе ҡыуандыра, көлдөрә. Йоҡлап китһә, оҙаҡ уға йылмайып ҡарап тораһың, ә уянһа, яратып ҡына йөрөтәһең.


Әлмира ҠАҘАҠБАЕВА, VIII «А» синыфы уҡыусыһы.
Баймаҡ районы, Иҫке Сибай мәктәбе.


Читайте нас: