+24 °С
Ясна
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
27 Ноябрь 2020, 13:29
Ҡыуандырып ҡына торайыҡ
29 ноябрь – Әсә көнө Иң матур, иң егәрле, иң һөйкөмлө кешеләрҙең береһе ул – минең әсәйем. Ҡәҙерлем Гөлназ Фазулла ҡыҙына – 35 йәш. Уны бик яратам, үҙенә оҡшарға тырышам.
Бешергән аш-һыуҙары телеңде йоторлоҡ, йәй көнө гөрләп үҫкән сәскәләрен күреп, күҙҙәр ҡамаша. Бәйләгән ойоҡ-бейәләйҙәрен кейеп ҡыуанабыҙ. Мине лә үҙе белгән эштәргә өйрәтергә тырыша. Аш бүлмәһендә һәр саҡ икебеҙ булабыҙ. Атайым да эштән уның тәмле бәлештәрен, мөләйем йөҙөн һағынып ҡайта.
Ҡәҙерле кешебеҙ мине һәр ваҡыт иркәләп, бар йөрәк йылыһын, кәңәштәрен дә биреп үҫтерә, бер-беребеҙҙе ихтирам итеп йәшәргә өйрәтә.Ҡайһы саҡ әсәй ҡайҙалыр китһә, өйҙә күңелһеҙ, ҡараңғы. Үҙен һағынып бөтәм. Ҡайтып инһә, йорт эсе яҡтырып киткәндәй.
Әсәйем өйҙә күп эшләй. Уға беҙ ҙә ярҙам итәбеҙ. Ә үҙе тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ мәшәҡәттәрҙән һуң миңә дәрестәремде әҙерләргә лә булыша.
Эше лә бик ауыр. Ул – балалар баҡсаһында тәрбиәсе. Үҙенең тәрбиәләнеүселәренә лә әсәй кеүек, гел ҡурсалап ҡына тора. Эшенә бер ҙә зарланмай.
Беҙ әсәйҙәрҙең бөйөклөгөн, изгелеген Әсә көнөндә генә түгел, ә көн һайын иҫтә тоторға тейешбеҙ. Уларҙың ҡәҙерен белеп, яҡшы эштәребеҙ, һәйбәт уҡыуыбыҙ менән ҡыуандырып йәшәйек. Ер йөҙөндәге бөтә балалар ҙа әсәйле үҫһен!
Розалиә АҪЫЛҒУЖИНА, V «Б» синыфы уҡыусыһы.
Баймаҡ районы, Иҫке Сибай мәктәбе.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?