+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Байрам әсәйҙәргә арналды

«Һәр ваҡыт янымда бул» социаль-ял итеү үҙәгендә «Мәктәпкә логопед әҙерлеге» төркөмөндәге кескәйҙәр өсөн 42-се моделле балалар китапханаһы матур кисә ойошторҙо.

Ул «Һин – Ер йөҙөндә бөтәһенән дә иң яҡшыһы» тип аталды. Ҡыҙҙар һәм малайҙар сит илдәрҙә «Әсә көнө» нисек байрам ителеүен белде. Рәсәйҙә был көн күптән түгел генә билдәләнә башлаған икән. Байрам ваҡытында һәр кем әсәй­ҙәрен ҡотлай, йылы һүҙҙәрен еткерә, бүләктәр бирә.
Шағирҙар ҙа әсәйҙәренә һөйөү һәм ихтирамын шиғырҙар аша еткергән. Күркәм сарала Елена Благинина, Виталий Берестов, Агния Барто, Михаил Пляцковскийҙың ижад емештәре уҡып ишеттерелде.
Кескәйҙәр әсәйҙәренә байрам менән ҡотлау открыткалары ла әҙерләгәйне.
Г. ИБРАЕВА.
Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: