Уны төркөм тәрбиәсеһе Лилиә Әхмәт ҡыҙы Рәхмәтуллина, музыкаль етәксе Ғәмбәриә Зәйтүн ҡыҙы Усманова бик ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле итеп әҙерләгәйне.
Матур кисәне кескәйҙәрҙең икмәк, уңыш алыуға бәйле шиғырҙары, йырҙары, бейеүҙәре тулыландырып ебәрҙе. Әсәйҙәр ярҙамы менән әҙерләнгән бойҙайҙан ҡамыр ризыҡтары, берҙән, йәм булһа, икенсе яҡтан, өйрәнеп-белеү йәһәтенән – күргәҙмә материал. «Икмәк – бөйөк хазина» кисәһе ҡыҙҙар һәм малайҙарға бойҙайҙың икмәк булғанға тиклем оҙайлы юл үткәнен, уның ни тиклем ҡәҙерле икәнен төшөнөргә ярҙам итте.