0 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Бер ниндәй ҙә бүләк һорамайым

Һаумы, Ҡыш бабай! Һиңә күптән-күп, суҡтан-суҡ сәләмдәр ҡундырып, Яңы Собханғол мәктәбенең V синыф уҡыусыһы хат яҙа.

Ҡыш бабай, хәлдәрең нисек? Ейәнсәреңә минән ҙур сәләм әйт. Беләһеңме, һиңә шул хәтлем ныҡ ышанам. Бәләкәй саҡтан һораған барлыҡ теләктәремде үтәп киләһең, бүләктәреңде биреп тораһың. Мин быйыл һинән бер ни ҙә көтмәйем. Кәрәкмәй ҙә. Хәҙер ҙур малаймын бит инде. Телефон, саңғы, тюбинг, коньки, сәкәнем – былар бөтәһе лә бар миндә.

Иң мөһиме – донъялар тыныс, күгебеҙ аяҙ булһын, һуғыш ҡына булмаһын. Коронавирус тиҙерәк үтеп китһен ине. Сөнки өйҙә уҡыуы ныҡ ҡыйын булды. Дуҫ-иптәштәрем, уҡытыусылар менән бергә күҙгә-күҙ ҡарашып уҡыһаҡ, күпкә яҡшыраҡ. 2021 йылда ғаиләбеҙ һау-сәләмәт, татыу булыуын теләйем. Яңыраҡ ҡына һеңлем ауырып алғайны, өйҙөң йәме юғалғандай тойолдо. Ярай әле төҙәлде.

Ярай, хуш, Ҡыш бабай!

Йәнбулат ДӘҮЛӘТҠУЖИН.

Бөрйән районы.
Читайте нас: