+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ҡунаҡҡа барҙыҡ

Талбазы башҡорт гимназияһының III синыф уҡыусылары Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге үҙәк район балалар китапханаһына ҡунаҡҡа барҙы.

Уларға китапханасы апайҙары – Светлана Ихтисамова һәм Светлана Әмирханова фольклор тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләне, йомаҡтар ҡойҙо, мәҡәлдәр өйрәтте. Балалар хатта үҙ-ара тиҙәйткес әйтеү буйынса ярыш та ойоштороп алды.

Китапханасы апайҙар ҡыҙҙар һәм малайҙарға башҡорт хал­ҡының «Ҡурай тураһында легенда» әкиәте буйынса матур тамаша ла әҙерләгәйне. Йәш тамашасылар Азамат исемле герой менән бергә әкиәт донъя­һына сәйәхәт иткәндәй булды. Ҡурай моңоноң ни тиклем көслө, ауырлыҡтар­ҙы еңер­гә ярҙам итеүе хаҡында ҡыҙыҡ­һынып ҡаранылар. Баш­ҡорт халыҡ милли музыка ҡоралдары тураһында һөйләшеү ҙә шәп үтте, бай мәғлүмәтле китаптар күргәҙмәһе лә һоҡланғыс ине.

Урын тар булыуына ҡарамаҫтан, «Аҡ тирәк, күк тирәк» уйынын мауығып уйнап алдыҡ. Ныҡ күңелле булды. Рәхәтләнде генә кескәйҙәр!

Ошондай бай мәғлүмәтле, йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы тәрбиәүи сара уҙғарғандары өсөн уҡыу­сылар һәм ата-әсәләр исеменән китапханасыларға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Розалиә ЙӘЛИЛОВА, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.

Ауырғазы районы.
Читайте нас: