+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
12 Февраль 2021, 19:45

Рәхмәтемде белдерәм

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада быйыл дистанцион форматта уҙғарылды.

Йылдағыса, беҙ­ҙең Таһир Күсимов исемендәге гимназия ла унан ситтә ҡалманы.

Олимпиада һынауы өс тур­ҙа үтте. Һуңғыһында «түңәрәк өҫтәл» артында профессор, уҡытыусылар, уҡыусылар ҡатнашлығында фекер алышыу бик ҡыҙыу барҙы. Был бәйгелә беҙҙекеләр ҙә һынатманы. Унда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Альбина Ринат ҡыҙы Мулләхмәтова етәкселегендә ҡатнашып, призёр исеменә лайыҡ булдыҡ. Уңыш, әлбиттә, еңел бирелмәне, бында ҡатнашыусылар береһенән-береһе белемле, көслө ине. Беҙҙең тырышлығыбыҙ, ны­ҡышлығыбыҙ буш­ҡа китмәне.

Төбәк-ара бәйгене үткәреүгә мәғариф һәм фән министрлығы хеҙмәткәрҙәре, күпме тел белгестәре, баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары көс һалды. Улар­ға һәм ситтән тороп ҡатнашыусыларға, ошо олимпиаданы ойоштороусыларға ҙур рәхмәтемде белдерәм.

Ләйлә ИШБАЕВА, йәш хәбәрсе.

Әбйәлил районы,

Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназия.
Читайте нас: