+1 °С
Болотло
VK
OK
Telegram
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
10
Беҙгә килгән хаттарҙан
19 Февраль 2021, 16:07
Һигеҙенселәр еңеп сыҡты
Районыбыҙҙа хәрби-патриотик айлыҡ иғлан ителеү менән мәктәбебеҙҙә тематик ярыштар, бәйгеләр, конкурстар үткәрелә башланы.
Урыҫ һәм башҡорт телдәре буйынса практика үтеүсе Гөлфиә Муса ҡыҙы VI – VIII синыфтар өсөн «Һалдаттар – ил һағында» тип исемләнгән шаяндар, тапҡырҙар, зирәктәр клубы уйынын ойошторҙо. Был сараға һәр кем етди итеп әҙерләнгәйне. Командалар темаға ярашлы исем, девиз, йыр һайланы. Конкурстар төрлө һәм ҡыҙыҡлы булыуы менән беҙгә бик оҡшаны. Ә шулай ҙа «Мина баҫыуында», «Иң бәләкәс хат», «Янғын һүндереүсе» тигәндәре бигерәк тә күңелгә хуш килде. Егеттәр һәм ҡыҙҙар үҙҙәренең ҡыйыулығын, таҫыллығын, етеҙлеген күрһәтә алды.
Әлбиттә, ярыш булғас, еңеүсеһе лә була. Беренсе урынды һигеҙенселәр яуланы, ә VII һәм VI синыфтар II, III урындарҙы бүлеште. Уйын барышын жюри ағзалары – Гөлүзә Насирова һәм мин баһаланым. Беҙҙең фекерҙәр менән барыһы ла килеште.
Ошондай ярыш-уйындар бик тә кәрәкле. Сөнки ҡыҙҙар, егеттәр кеше араһында үҙен тоторға, сығыш яһарға өйрәнә. Бындай сараларҙы киләсәктә тағы ла үткәрергә ниәтләп, ҡыуанышып таралыштыҡ.
Айлина КҮСӘРБАЕВА.
Баймаҡ районы, Ҡаратал мәктәбе.
Читайте нас:
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...
"Йәншишмә"нең телеграм-каналына ҡушыл!
Ошо яҙыуға баҫһаң, бот һине шунда уҡ каналға ҡабул итәсәк.
Cайт использует файлы cookie и сервисы сбора технических данных посетителей.
Продолжение пользования сайтом является согласием на применение
данных технологий
Принять