+18 °С
Дождь
VKOKTelegram

Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ

Күмертау ҡалаһында бына нисәнсе йыл инде ирекмәндәрҙең «Аҡ йылға» исемле ресурс үҙәге эшләй. Унда эш төрлө йүнәлештә алып барыла. Бында ҡаланың төрлө мәктәптәренән уҡыусылар йөрөй.

Әлеге уҡыу йылында 3-сө республика башҡорт интернат-гимназияһында ошо үҙәктең экологик отряды ойошторолдо. Уның эшенә белем усағыбыҙҙың X «А», X «Б» синыфтары уҡыусылары йәлеп ителде. Отряд командиры итеп Карина Йәнбирҙина һайлап ҡуйылды. Ирекмәндәр аҙнаһына бер нисә тапҡыр берәҙәк эттәр, бесәйҙәр йәшәгән приютҡа барып, ҡар көрәй, ашарға алып бара, ояларын таҙарта. Ә унда 200-гә яҡын эт бар. Отрядтың бер мәктәптә ойошторолоуы бик уңайлы: мөһим, тиҙ генә башҡара торған эш килеп сыҡһа, төрлө белем усаҡтарынан уҡыусылар­ҙың йыйылғанын көтөп ултырыр­ға кәрәкмәй. Төркөм үҙҙәренең эш ҡоралдары менән килеп тә етә, тиҙ арала эште башҡарып та ҡуя.

Беҙҙең белем усағында ирекмәндәр рәсми рәүештә теркәлмәһәләр ҙә, электән үк бар ине. Нисәмә йыл рәттән гимназиябыҙ уҡыусылары ҡышын Кинйәабыҙ ауылындағы Кинйә Арыҫланов музейының тирә-яғындағы ҡарын көрәне, ә яҙын Еңеү паркын тәртипкә килтерҙе.

Бөтәбеҙгә лә был эш оҡшай. Беренсенән, юғары уҡыу йортона ингәндә балдар өҫтәлә, икенсенән, изгелек эшләүҙән күңелдәребеҙ үҫә, рухи яҡтан байыйбыҙ.

Гөлсәсәк ШӘРИПОВА,

X «А» синыфы уҡыусыһы.

Күмертау ҡалаһы.
Читайте нас