Шунан һуң беҙ иншалар, фәнни-тикшеренеү эштәре яҙабыҙ, презентациялар эшләйбеҙ, видеороликтар монтажлайбыҙ.
Быйыл Урыҫ географик йәмғиәте «Донъяны һәм Рәсәйҙе өйрәнәбеҙ» конкурсын ойошторҙо. Беҙҙең малайҙар унда үҙҙәренең эштәрен ебәрҙе. Илдар Абдуллин Торатау тураһында презентация әҙерләне һәм III урын яуланы. Искәндәр Әсәҙуллин Абҙан шарлауығына поход тураһында ролик монтажланы һәм II урынға лайыҡ булды. Ә инде Рөстәм Мөхәмәҙиев Асҡын боҙло мәмерйәһе тураһындағы видеояҙмаһы менән I урын алды.
Беҙҙең был өс синыфташыбыҙ һоҡландыра. Улар яҡшы уҡый, спорт, робот техникаһы менән шөғөлләнә, төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. Дәрестән һуң бергәләп уйнайҙар. Беҙ синыфыбыҙҙа ошондай әүҙем, өлгөр малайҙар уҡыуына шатбыҙ, улар менән ғорурланабыҙ һәм яңы уңыштар теләйбеҙ.
Диана БИКБОВА, V «А» синыфы уҡыусыһы,
Өфө районы, Дорогин мәктәбе.