Бында асылыбыҙ, тарихыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ, йәшәү мәғәнәһе, изгелек һәм яуызлыҡ, яҡшылыҡ менән яуызлыҡ, тыуым, үлем һәм үлемһеҙлек кеүек мәңгелек төшөнсәләр үҙенсәлекле итеп сағылдырылған.
Беҙҙең Янғантау мәктәбендә «Урал батыр» эпосы буйынса төрлө саралар үткәрелеп тора: әҙәби уҡыу дәрестәрендә анимацион фильмдар ҡарайбыҙ, эпос йөкмәткеһе буйынса һүрәттәр конкурстары, викториналар ойошторабыҙ. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлиә Ишморат ҡыҙы Ишбулдина етәкселегендә башланғыс синыфтар араһында «Һомай һылыуы» бәйгеһе уҙғарылды. Ҡыҙҙар төньяҡ-көнсығыш төбәге милли кейемендә сығыш яһаны. Үҙҙәре тураһында һөйләнеләр, йыр-моңға һәләттәрен күрһәттеләр, милли кейем кейгән ҡурсаҡтарына сәңгелдәк йыры башҡарҙылар. Әсәләре, өләсәләре менән әҙерләнеп, бергәләп сығыш яһаусылар ҙа бар ине.
Бәйге булғас, еңеүселәрҙе лә билдәләнек: I – II синыфтар араһында – Әҙилә Ғарипова, III – IV синыфтар араһында Айгүзәл Тажетдинова иң-иңе булды. Әлеге ваҡытта эпосты яттан һөйләүселәр бәйгеһенә әҙерлек бара.
башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.