+22 °С
Ясно
VKOKTelegram

Әсә фатихаһы

йәки Бала саҡтар әкиәтле үтһен Һәр әҙәби әҫәр уҡыусыһын яҡшылыҡҡа, яҡтылыҡҡа әйҙәй. Үҙебеҙҙәге ыңғай сифаттарҙы асырға ла булышлыҡ итә ул.

Мәҫәлән, Зәйнәб Биишеваның «Дуҫ булайыҡ» повесында дуҫлыҡтың ҡәҙерен белергә өйрәнһәк, Мостай Кәримдең «Өс таған», «Беҙҙең өйҙөң йәме» әҫәрҙәре аша туғанлыҡ төшөнсәһен аңларға, тирә-яҡ мөхиткә иғтибарлы булырға кәрәк икәнлеге хаҡында төшөндөк. Хәҙерге башҡорт балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәтендә лә йәш быуынға фәһем бирерҙәй әҫәрҙәрҙең нәшер ителеп тороуы – һөйөнөслө күренеш. Күптән түгел генә Айгиз Баймөхәмәтовтың «Әкиәтһеҙ бала саҡ» повесын уҡып сыҡтым.


Балалар йортонда һүрәтләнгән ваҡиғалары менән уҡыусы күңеленә үтеп ингән «Ҡалдырма, әсәй!» повесы аша билдәле бул­ған авторҙың был ижад емеше лә үҙенсәлекле, мауыҡтырғыс, уҡымлы. Повесть геройҙарының күптәре бала ғына булыу­ҙарына ҡарамаҫтан, тормоштоң ағы-ҡараһы, яҡшылығы-яуызлығы менән күҙмә-күҙ осраша. Һәр береһе үҙҙәренең холоҡтарына, тормошҡа булған ҡараштарына ҡарап был хәлдәр­ҙән төрлөсә сыға. Дөрөҫөрәге, кемдең кем булыры шул ваҡытта уҡ күҙаллана.

Әҫәрҙең төп геройы Ильяс – беҙ «Ҡалдырма, әсәй!» повесы буйынса яратып өлгөргән үҫмер егет. Ата-әсәһе үлгәс, апаһы һәм һеңлеһе менән бер балалар йортонда тәрбиәләнә. Әсәһен йыш иҫенә төшөрөп, һағына ул. Бер мәл һағыштан үҙәге өҙөлөр хәлгә еткәндә апаһы магнитофон кассетаһы килтерә. Әлиәнең электән шундай холҡо була, ул яҡын кешеләре йырлағанда, ниндәйҙер әҫәр, ваҡиға тураһында һөйләгәндә берәүгә лә һиҙҙермәй генә яҙҙырып ала. Был аудиояҙмала иһә иң ғәзиз кешеләре – әсәләренең «Әб­йәлил» бәйете тураһында һөйләгәне, һуңынан уны йырлағаны яҙҙырылған булған. Балалары һәр береһе төрлө уйҙарға бирелеп тыңлай уны. Ә аҙағында әсәләренең: «Бына шулай, балаҡайҙарым. Иманлы булып үҫегеҙ. Шул ваҡытта һеҙҙән дә шәп кеше булмаҫ донъяла», – тип һүҙен йомғаҡлап ҡуйыуы герой­ҙар өсөн иң ҡәҙерле кешеләренең баҡыйлыҡҡа күскәс тә улар­ҙы ҡайғыртыуын, был тормошта лайыҡлы кеше булыуҙарын теләүе хаҡында аңлата. Ысынлап та, улар әсә фатихаһына тоғро ҡалалар. Даян, Динар, Рәфис кеүектәрҙең этлеген күп күрһәләр ҙә, ҡайһы саҡта тәрбиәселәрҙән бер ғәйепһеҙгә эләкһә лә, кешелеклелек сифаттарын юғалтмайҙар.

Повесть аҙағында – эпилогта иһә автор геройҙарҙың яҙмышына байҡау яһап, һәр кемдең тейешенсә үҙ урынын табыуы хаҡында әйтеп үтә. Мәҫәлән, балалар йортонда үҙенең көсөнә маһайып, бүтәндәргә көн күр­һәтмәгән, Ильястың атаһынан ҡалған ҡомартҡы ҡайышты тартып алып рәнйеткән Даян асарбаҡҡа әйләнә. Тормоштоң сөңгөлөнә төшкән әҙәмде шул ҡайышҡа аҫылынған килеш табалар. Уның ҡуштаны Димдең дә ғүмере үкенесле тамамлана. Хәбәрһеҙ юғала ул. Тәрбиәсе Мәүлиҙә Нурғәлиевна ла яман ҡылыҡтары менән бер көн килеп тотош республикаға «таныла». Сос, шаян, яңылыҡҡа ынтылыу­сан Әмилә тырышлығы менән үҙе теләгән матур тормошто ҡора ала. Ғәҙел, әсә фатихаһына ҡолаҡ һалған, йәтим ҡалғансы өй­ҙәрендә өлкәндәр әкиәт һөйләгәндә уны йотлоғоп тыңлап, тик изге ғәмәлдәр аша ғына уңыш­ҡа өлгәшеп булғанлығын аңлаған Ильяс та хаҡ юлдан бара.

Бер ҡыйыҡ аҫтында йәшәп, бер иш кейем кейеп, бер үк ризыҡ ашап үҫкән балаларҙың яҙмыштарын сағыштырып, автор уҡыусыһын уйға һала һәм әҫәрен: «Бәлки, бәләкәй саҡта әкиәт тыңлап үҫмәгәнгәлер?..» – тигән һорау менән тамамлай. Ысынлап та, әсәй фатихаһына тоғро ҡалғандар һәм өлкәндәр һөйләгән әкиәттәргә, биргән кәңәштәренә ҡолаҡ һалғандар был тормоштан уңа шул.

Милена АБДУЛЛИНА, IX синыф уҡыусыһы

Ғафури районы, Красноусолдағы Нияз Мәжитов исемендәге башҡорт интернат-гимназияһы.
Читайте нас