+10 °С
Облачно
VKOKTelegram

Исем туйына барҙыҡ

Беҙҙең гимназияның III – IV синыф уҡыусыларын Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге район үҙәк балалар китапханаһына ҡунаҡҡа саҡырҙылар.

Унда Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы Ғөбәйҙуллинаның «Илебеҙ беҙҙең ожмахтай» тип аталған китабының исем туйы булды. Китапхана хеҙмәткәрҙәре шағирә ижады буйынса бай йөкмәткеле күргәҙмә лә ойошторғайны.

– Тирә-яҡ мөхиткә күҙ һал­һағыҙ, тормош – үҙе бер мөғжизә, ана шул тормоштоң, гүзәл тәбиғәттең кескәй генә ынйы бөртөктәре ошо китапҡа тупланған. Фәрзәнә Ғөбәй­ҙуллинаның әҫәрҙәрендә балалар донъяһы сағыла. Ти­рә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡарау, хай­уандарға, йәнлектәргә ҡарата ихтирамлы булыу, үҙ-ара татыу йәшәү, туған телгә, Тыу­ған илгә мөхәббәт, ата-әсәне, ололарҙы хөрмәт итеү – барыһы тураһында ла яҙа автор, – тип һөйләне Мораҙым ауы­лы китапханасыһы Ләйлә Фәрүәз ҡыҙы Дилмөхәмәто­ва.

Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина бала сағынан әкиәттәр, хикәйәләр, шиғырҙар, сценарийҙар яҙа икән. Уның башҡорт балалар яҙыусыларының әҫәрҙәрен – урыҫ теленә, урыҫ телле яҙыу­сыларҙың ижад емештәрен баш­ҡорт теленә тәржемә иткәнен дә белде уҡыусылар. Өсөнсө синыфтан Әлиә Ғәлиева, Ислам Әлмөхәмәтов, Ләйсән Хәлитова, Айгиз Мәүлитов, Карина Ғизәтуллина, Снежанна Брагина, дүртенселәрҙән Элина Йәлилова, Асҡар Халиҡов, Резеда Сәйфетдинова, Данияр Хәсәновтар Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙының шиғырҙарын тасуири итеп, хисләнеп һөйләне.

«Илебеҙ беҙҙең ожмахтай» китабы тыуған яҡтың гүзәллегенә һоҡланыу, матурлыҡҡа ынтылыу, донъя йәмен күрә белеү, тирә-йүндә йәшәгән барлыҡ йән эйәләренә ҡарата шәфҡәтле булыу серҙәрен аса. Яҙыусының китабы балаларға яҡшы кеше, иғтибарлы, ихтирамлы егет, ҡыҙҙар булып үҫергә ярҙам итеү теләге менән яҙылған. Уның әҫәрҙәре барыһы ла тормоштан алынған. Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаға ныҡлы һаулыҡ, ижади үрҙәр, илһам ҡеүәте теләйбеҙ. Беҙҙе тағы ла бай йөкмәткеле, мауыҡтырғыс әҫәрҙәре менән шатландырыуын көтөп ҡалабыҙ.

Розалиә ЙӘЛИЛОВА,

башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.

Ауырғазы районы, Талбазы башҡорт гимназияһы.
Читайте нас