+21 °С
Дождь
VKOKTelegram

Кино ҡарағандан һуң тыуған уйҙар

Ҡалабыҙҙың «Горняк» кинотеатрында бер ай буйы Мостай Кәримдең повесы буйынса төшөрөлгән «Өс таған» фильмы күрһәтелде. Интернат-гимназиябыҙҙың бөтә уҡыусылары ла, шул иҫәптән беҙҙең V «А» синыфы ла етәксебеҙ Гөлнара Ғариф ҡыҙы Хәнбәкова менән был киноны яратып ҡараныҡ.

Синыфташым Алһыу Бәшированы малайҙарҙың һүҙҙәрендә тороуҙары, Кирәмәт тауына менеп, балыҡ ебәреүҙәре һоҡландырған. Ә үҙемә Гитлер ҡушаматлы үгеҙҙән Гөлнурҙы ҡурсалап ҡалыу күренеше оҡшаны. Ер тырнап, бар халыҡтың ҡотон алған үгеҙҙән Ғабдулла ҡурҡмай, барыбер ҡыҙҙы ҡотҡарырға ашыға. Шулай батырлыҡ күрһәтә. Ололар һөйләүе буйынса, элек һәр ауылда ошондай үгеҙҙәр бул­ған. Бүгәй тип йөрөткәндәр. Улар ҡыҙыл төҫтәге кейем күрһә, ярһып, кешеләргә ташланған. Шуныһын да әйтеп китәйем. Элек киноны ла йә машина, йә атлы арбала алып килгәндәр. Электр уты булмағас, ҡул менән әйләндергәндәр...

Камила Хисамова малайҙар­ҙың дуҫлығына хайран ҡалған. Эйе, уларҙы бер маҡсат нығыраҡ берләштерә шул: тау башындағы күлгә балыҡ ебәреү. Дуҫтар хыялдарын тормошҡа ашырып, ныҡ шатланалар. Ә Айҙар Сабировҡа ҡыйыу Айҙар оҡшаған икән. Бәлки, аҙашы булғанғалыр. Айҙар, минең уйымса ла, ҡыйыу, батыр малай. Ул бөтә ауырлыҡтарға үҙе ҡаршы бара һәм еңеп сыға, шуға иптәштәре үҙен хөрмәт итә лә инде. Ә Рафаэль менән Розалина Яҡуптың, үҙе сибек кенә булһа ла, ниндәйҙер файҙа килтерергә тырышыуы, кәрәк саҡта үҙен ҡул­ға алыуын яратып ҡараған. Тау башына менгәс, күлдең булмауын күреп, малайҙар һуғыша башлай. Шул мәл Яҡуп ниҙер һиҙенеп, таштарҙы аҡтара башлай... Ниһайәт, шишмә юлы асыла. Наҙгөл менән Юлиана малай­ҙарҙың түҙемлелегенә һоҡлана. Улар бит арҡаларына һыу, балыҡтар һалынған кәрзиндәр аҫып, тау-таш араларынан бейек тауға күтәрелә. Эҫе көндә бик ҡыйын ул...

Тағы ла беҙҙең бөтәбеҙҙе лә бер һорау ҡыҙыҡһындырҙы: Торатау, башҡа тау баштарында ла күл юҡ бит? Ә фильмда бар. Беҙ синыфыбыҙ менән ошоға бәйле байтаҡ ҡына бәхәсләштек. Һыу­ҙы, бәлки, тау башына янғын машинаһы менән килтергәндәрҙер. Сөнки был бит кино! Тимәк, монтаж шәп килеп сыҡҡан. Нисек кенә булһа ла, кино бик оҡшаны: уны рәхәтләнеп ҡараныҡ.

Күптән түгел яратҡан гәзитебеҙҙә сыҡҡан Зөһрә апай Хәкимованың «Өс таған», «Өс таған», йәш актёрҙарың ҡайҙан?» мәҡәләһен уҡып, был кинола кемдәр уйнағанын белдек. Бик матур һәм тулы итеп яҙылған мәғлүмәттәрҙе уҡып, бар һорау­ҙарыбыҙға яуап таптыҡ. Ныҡ ҡыуандыҡ. Тағы ла ошондай фильм­дар булһын ине, тигән теләктә ҡалабыҙ.

Фәниә ХИСАМОВА, «Рухи мираҫ« түңәрәге ағзаһы.

Күмертау ҡалаһы, 3-сө республика башҡорт интернат- гимназияһы.
Читайте нас