+14 °С
Болотло
VKOKTelegram

Мал йәнле ҡыҙ мин

Шул тиклем тәбиғәтте, йәнлек-хай­уандарҙы яратам. Улар – иң яҡын дуҫтарым. Хатта матурҡайҙарым менән ихлас һөйләшәм, уйнайым һәм серләшәм дә. Мәҫәлән, этемдең исеме – Тайсан. Мине һаҡсым мәктәпкә оҙатып ҡуя, ҡаршы ала.

Ә шулай ҙа иң яҡыны – Мыраубайым. Ул бик тәртипле, үҙе аҡыллы. Һүҙ ҡуш­һам, бесәйем мыяулап ҡына яуап бирә. Мәктәптән ҡайтыуымды тәҙрәнән ҡарап, түҙемһеҙләнеп көтөп ала. Тайсан менән ҡайтып килгәнемде күрһә, тәҙрә төбөнә һыймай һикерә, ырғый башлай. Тағы ла бесәйем сей картуф ашарға ярата. Картуф әрсей башлаһам, килә лә ипләп кенә тәпәйе менән ҡулыма һуға. Ә бит Мыраубайҙы тыуған көнөмә бәләкәй генә сағында бүләк иткәйнеләр, ә хәҙер ғаилә ағзабыҙ булып китте.

Һарыҡ, быҙау, аттарҙы ла яратам. Улар янында миңә күңелле, ҡыҙыҡ. Бына шулай дүрт аяҡлы дуҫтарым менән татыу­быҙ.

Сөмбөл ҒАЗИНА.

Баймаҡ ҡалаһы, 4-се лицей.
Читайте нас