+29 °С
Ясно
VKOKTelegram

Бала саҡтан ғәҙеллекте ярата

Атайымдың исеме – Айнур. Ул Учалы районы Вознесенка ауылында күп балалы ғаиләлә беренсе бала булып донъяға килә.

Иң олоһо булғас, эштең иң ҙуры уның иңенә төшә. Ата-әсәһенә ҙур ярҙамсы була. Бала саҡтан ғәҙеллекте ярата, һәр саҡ бәләкәстәр­ҙе, көсһөҙҙәрҙе яҡлай. Спорт менән шөғөлләнә, шуға ла үҙ ғүмерен әрмегә бағышлай.

Хеҙмәт юлын 2005 йылда Мәскәү өлкәһенең Дмитров ҡалаһында кинолог булып башлай. 2007 йылда Силәбе өлкәһенең Трёхгорный ҡалаһында өс йыл­ға килешеү буйынса хеҙмәт итә. Һуңынан ул рота старшинаһы дәрәжәһен ала. Әлеге ваҡытта – взвод командиры ярҙамсыһы.

Атайым бик яҡшы кеше: ғаиләһен, туғандарын, бергә хеҙмәт иткән иптәштәрен хөрмәт итә. Ул өйҙә булған саҡта бергәләп ял итәбеҙ, йорт тирәһендә эштәр башҡарабыҙ.

Мин атайым менән ғорурланам. Хеҙмәтендә уға тик уңыштар ғына теләйем.

Динислам КИРӘЕВ, IV «А» синыфы уҡыусыһы.

Салауат районы, Янғантау мәктәбе.
Читайте нас