+22 °С
Ясно
VKOKTelegram
Беҙгә килгән хаттарҙан
14 Августа 2021, 07:25

Ҡартты ҡәҙерләһәң, ҡартайғас, ҡәҙер күрерһең

Йәйгеһен ауыл ерендә бигерәк күңелле шул: ҡоштар һайрай, бөтә тирә-яҡ йәм-йәшел, саф һауа.

Ҡартты ҡәҙерләһәң, ҡартайғас, ҡәҙер күрерһеңҠартты ҡәҙерләһәң, ҡартайғас, ҡәҙер күрерһең
Ҡартты ҡәҙерләһәң, ҡартайғас, ҡәҙер күрерһең

Ошо йәмле айҙа Зәлифә еңгә менән Өмөтбай ағайға ҡыуаныс өҫтәп, сабыйҙары донъяға килә. Беҙгә ярҙамсы, терәк бул­һын тип, Салауат исеме ҡушалар. Ата-әсәнең шатлығының сиге булмай, улдарын ҡәҙерләп, хөрмәтләп, өрмәгән ергә ултыртмай ғына үҫтерәләр. Теләгәнен ашатып, кейемен алып ҡына торалар. Шуға Салауат иркә, шул уҡ ваҡытта бик ялҡау малай булып үҫә. Ҡәҙерлеләренә ярҙам итеү урынына әсе һүҙҙәре менән рәнйетә, тыңламай. Егет ҡорона ингәс, ҡала еренә уҡырға инә, шунда өйләнеп, йәшәргә ҡала. Шулай ата-әсәһенең барлығын онота, хәлдәрен дә белмәй. Ә Зәлифә еңгә менән Өмөтбай ағай ҡартайған көндәрендә яңғыҙ тороп ҡала. Күрше малайы Азаматҡа рәхмәт инде: һыуын да индерә, утынын да яра, ашарҙарына ла алып биреп тора. Ҡарттарҙы ҡәҙерләп, үҙ ата-әсә­һендәй күрә.
Айҙар үтә, йылдар үтә, Зәлифә еңгә менән Өмөтбай ағай ҙа фани донъя менән хушлаша. Улдары Салауат был турала белмәй ҙә ҡала, үҙ ғаиләһенән бушамай, ваҡыт тапмай.
Байтаҡ йылдар уҙа. Бер көн ҡышҡы сатнама һыуыҡта Азамат күрше ҡапҡа алдында бер ирҙе күреп ҡала. Үҙе оло ғына, бик ныҡ йонсоған. Янына барһа, бала саҡ дуҫы Салауат булып сыға. Күҙҙәре йәш менән тулы, йөрәге һыҙлай. Ул үҙ хәлен һөйләп бирә. Яратып үҫтергән ике улы ҡартайған көнөндә өйөнән ҡыуып сығарып, фатирҙарын һатҡан, аҡсаһын бүлешеп алғандар икән. Ә Салауат бабайҙы ҡарттар йортона оҙатырға уйлағандар, шуға ул үҙе тыуып үҫкән ауылына ҡайтыр­ға булған.
Үҙенең хаталаныуын аңлай Салауат бабай, терһәген тешләрҙәй була. Тик һуң. Шуға ла әйткәндәр бит: «Ҡартты ҡәҙерләһәң, ҡартайғас, ҡәҙер күрерһең».

Алина ӘХМӘТЗАДИНА.
Әбйәлил районы,
Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназия.

Читайте нас