

Дәрестә әкиәттәр, хикәйәләр уҡыйбыҙ, шиғырҙар ятлайбыҙ, – ти Баҡалылағы 1-се мәктәптең IV «Б» синыфы уҡыусылары.
Уларҙы башҡорт теленең бөтә нескәлектәренә Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Рәсәйҙең дөйөм белем биреү почётлы хеҙмәткәре Тәслиә Инсаф ҡыҙы Ғәлиуллина төшөндөрә.
– Дәресте ҡыҙыҡлы, заман талаптарына яуап бирерлек итеп үткәргән осраҡта ғына уҡыусыла телгә һәм әҙәбиәткә ҡарата һөйөү уятырға мөмкин. Белем биреү менән бер рәттән, балаларҙа кешелеклелек сифаттарын, башҡа милләттәргә ҡарата хөрмәт һәм ихтирам хистәрен дә тәрбиәләргә тырышам, – ти тәжрибәле педагог.
Йөрөгән таш шымара, ятҡан таш мүкләнә, тигәнде хәтеренән сығармай Тәслиә Ғәлиуллина, ул уҡыусыларҙы олимпиадаларға, төрлө конкурстарға ла әҙерләй, алып бара.
– Ҡыҙыҡһыныу осҡондары уята алып, балалар уңыштарға ирешһә, был – минең өсөн ҙур һөйөнөс һәм ғорурлыҡ, – ти ул.
Г. РАМАҘАНОВА.
Баҡалы районы.