+25 °С
Дождь
VKOKTelegram
Беҙгә килгән хаттарҙан
19 Сентября 2021, 04:40

Модельер булып ҡаранылар

Белем усағыбыҙҙа уҙған сара «Башҡорт милли кейеме – башҡорт халҡының эске булмышының сағылышы» тип аталды.

Модельер булып ҡараныларМодельер булып ҡаранылар
Модельер булып ҡаранылар

I – XI синыфтарҙа «Милли кейем – эске рухи донъя» темаһына синыф сәғәттәре ойошторолдо. Китапханасы Люциә Булат ҡыҙы Йәндүрина башланғыс синыфтарға милли ҡурсаҡтар менән уйын үткәрҙе. Тайфур Алмас улы Абдуллин милли кейем темаһына күргәҙмә ойошторҙо.
IV «Б» синыфында Альбина Абдулхай ҡыҙы Хужина үткәргән мауыҡтырғыс асыҡ дәрес тә бик уңышлы килеп сыҡты. Уҡыу­сылар «Милли кейемдәр иле»нә сәйәхәт ҡылды. Уҡытыусы башҡорт халҡының милли баш кейеме, аяҡ, өҫ кейемдәре тураһында төҫлө һүрәттәр, экран ярҙамында мауыҡтырғыс итеп һөйләп, балалар күңеленә ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр еткерҙе.
Дәрестә ҡыҙҙар үҙҙәренең ҡурсағына милли кейем кейҙерҙе. Улар үҙҙәрен модельер ролендә һынаны. Был эште бик теләп, ихлас башҡарҙылар.
Шулай итеп, уҡыусылар башҡорт кейеменең һаман да модала булыуына һоҡланып, уны артабан да һаҡларға, киләсәк быуынға ҡалдырырға кәрәклегенә төшөндө.

Индира ҠАЗЫХАНОВА.
Салауат районы,
Малаяҙ башҡорт гимназияһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас