

Төрлө ауылдарҙан йыйылһаҡ та, үҙ-ара татыубыҙ. Бер-беребеҙ менән тиҙ арала дуҫлашып киттек. Хәҙер бер ғаилә кеүекбеҙ, бындағы тормошҡа өйрәнеп бөттөк инде, – ти синыфташтарым.
Тәрбиәсе, уҡытыусыларыбыҙ ҙа бик һәйбәт. Беҙҙе үҙ ҡанаттары аҫтына алып, аҙна буйына атай-әсәйҙәребеҙҙе алыштыралар бит. Улар яҡшы белем, тәрбиә биреп кенә ҡалмай, беҙҙе төрлө ҡул эштәренә, һүрәт төшөрөргә, спорт менән дуҫ булырға өйрәтә.
Барыбыҙға ла интернат-лицейҙа уҡыу ныҡ оҡшай . Шуға ла тырышып белем алырға, яҡшы кеше булырға, алдыбыҙға ҙур маҡсаттар ҡуйып, тик алға ынтылырға тейешбеҙ.
Ошо көндәрҙә белем усағыбыҙ асылыуға 65 йыл тула. Оло юбилейҙы ҡаршылап, синыфыбыҙ менән был сиректә 65 «бишле» билдәһе алырға тигән маҡсат ҡуйҙыҡ. Башҡаларҙы ла был ярышҡа саҡырабыҙ. Беҙ башланыҡ, тағы кемдәр ҡушылыр икән?
Камила МЫРҘИНА,
V «А» синыфы уҡыусыһы.
Баймаҡ ҡалаһы.