-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Һай, үҙебеҙҙең дүртенселәр!

Дүртенсе синыфта мәктәбебеҙҙең иң тырыш уҡыусылары уҡый. Үҙ-ара бик татыуҙар, бер­ҙәмдәр.

Һай, үҙебеҙҙең дүртенселәр!
Һай, үҙебеҙҙең дүртенселәр!

Әлфинә Әхмәтйәнова, Фәдис һәм Назар Ғәлиуллиндар, Айлина һәм Айзилә Хәйбуллиналар, Илгинә һәм Линар Мырҙағоловтар, Илзинә Үтәғолова, Ирхан Куль­чиковтар тырышлыҡтары, әүҙемлектәре менән һоҡландыра. Учи.ру, Яндекс.Учебник мәғариф сайттарында үткәрелгән олимпиадаларҙа призлы урындар яулайҙар.
Ноябрҙә Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев исемендәге музей ойошторған шиғырҙар конкурсында Әлфинә – I, Илзинә – II, Айзилә III урындар алып ҡыуанды. Фәдис халыҡ иҫәбен алыу айҡанлы «Йәншишмә» гәзите үткәргән һүрәттәр бәйгеһенә үҙенең эшен ебәр­ҙе. Синыф етәксеһе Раушания Хәй­брахман ҡыҙы Ғәлиуллина уҡыусыларының һәләттәрен һәр яҡлап үҫтерә. Дүртенселәр район, республика кимәлендә үткән шиғыр­ҙар конкурстарында ла һынатмай, призлы урындарға лайыҡ була.
Был синыф уҡыусыларынан торған «Ын­йыҡай» фольклор ансамбле лә йыл һайын һоҡландыра. Етәксеһе – йыр уҡытыусыһы Мәфрүзә Мәжит ҡыҙы Аллабирҙина.
Дүртенселәр спорттан да ситтә ҡалмай. Бигерәк тә шашка буйынса һынатмай­ҙар.
Уларҙың киләсәктә лә шулай тырыш, алдын­ғы, әүҙем, өлгөр булыуҙарын теләйбеҙ.

Венера МЫРҘАҒОЛОВА.
директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары.
Бөрйән районы, Исламбай мәктәбе.

Автор: "Йәншишмә" гәзите
Читайте нас