-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Миңә балыҡ ене ҡағылған

Һеҙгә үҙемдең яратҡан шөғөлөм тураһында һөйләйем әле.

Миңә балыҡ ене ҡағылған
Миңә балыҡ ене ҡағылған

Балыҡ тоторға әүәҫмен. Йәйгеһен йыл­ға буйынан ҡайтып инмәйем. Һигеҙ йәшемдән атайым менән балыҡҡа йөрөй башланым. Хәҙер оҫтарып та алдым инде. Күберәген ауылыбыҙ янындағы Тором күлендә, Дим йылғаһында ҡармаҡлайбыҙ.
Атайым Себергә эшкә китһә, синыфташым Алмаз менән бергә балыҡ тотабыҙ. Беҙгә уның ерән бесәйе Рыжик та эйәрә. Үҙен гел балыҡ менән һыйлайбыҙ, шуға артыбыҙҙан ҡалмай. Һиҙҙермәй генә китергә тырышһаҡ та, әллә ҡайҙан белеп, йылға, күл буйына килеп етә. Аҙаҡ инде рәхәтләнеп һыйланып ҡайта.
Ниндәй балыҡтар эләгәме? Сабаҡ, ҡыҙылғанат, шамбы, табан балыҡтары тотҡаныбыҙ булды. Тағы ла бер нисә тапҡыр суртан да ҡапты. Һыуҙан саҡ сығарып алдыҡ.
Бына шулай миңә балыҡ ене ҡағылған.

Замир НАФИҠОВ, VI cиныф уҡыусыһы.
Бишбүләк районы, Ҡаныҡай мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: