+12 °С
Облачно
VKOKTelegram
Беҙгә килгән хаттарҙан
17 Декабря 2021, 09:35

Ярыш сәмле үтте

«Алтынды эҙлә таштан – аҡылды эҙлә баштан» тигән әйтем бар. Бына ошо ҡанатлы һүҙҙәрҙең асылына баш ҡаланың 3-сө гимназияһының IV «Г» синыфы уҡыусылары тағы бер ҡат инанды. Ә «Башҡорт теле көнө» марафонында «Башҡорт теле – аҡыл теле» девизы менән үткән «Йондоҙло сәғәт» быны тулыһынса иҫбатланы.

Ярыш сәмле үттеЯрыш сәмле үтте
Ярыш сәмле үтте

Балалар үҙ синыфындағы баш­ҡорт телен иң яҡшы белгән уҡыусыларҙы һайлап, ике команда төҙөнө. Ҡыҙҙарҙың – «Сулпылар», малай­ҙар­ҙың «Аҡбуҙат» командаһы араһында бәйге бик сәмле барҙы. Әйтергә кәрәк, бында башҡорт телендә алған белемеңде иҫбатларға кәрәк бит. Көйәрмәндәр ҙә тик ултырманы, үҙ командаһы өсөн «Баш­ҡортостан» һүҙенән яңы һүҙҙәр уйлап яҙҙы. Һәр бер дөрөҫ яуап өсөн ко­мандаларға йондоҙҙар өҫтәлеп ке­нә торҙо. Бер команда ла бирешергә теләмәне. Шулай ҙа «Аҡбу­ҙат»тар 17:16 иҫәбе менән еңеү яуланы.
Был бәйге балаларға бик оҡшаны. Минеңсә, ул уҡыусыларҙа ярыш сәме генә түгел, ә башҡорт теленә тағы ла нығыраҡ ҡыҙыҡһыныу уят­ҡандыр, тип уйлайым.

Зөлхизә СӘЙЕТОВА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Өфө ҡалаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас