+17 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
24 Декабрь 2021, 12:32

Ҡаратал киләсәге мәктәпкә бәйле

Башҡорт теле дәресендә уҡытыусыбыҙ ирекле темаға инша яҙырға ҡушҡас, оҙаҡ баш ватманым. Сөнки күптән был турала уйлап йөрөй инем. Ниңә беҙҙән «Әгәр аҡсам күп булһа...» тигән темаға инша яҙҙырмайҙар икән. Миңә хыялланырға ғына ҡуш. Башҡа ниндәй генә фекерҙәр килмәй, уйлай-уйлай үҙем аптырап китәм хатта. Ысынлап та, аҡсаға күп нәмә бәйле шул. Бына мин, мәҫәлән, ҡиммәтле ҡағыҙым иҫәпһеҙ булһа, иң беренсе мәктәбебеҙгә ағас тәҙрәләр урынына заманса евро тәҙрәләрҙе ҡуйҙыртыр инем.

Ҡаратал киләсәге мәктәпкә бәйле
Ҡаратал киләсәге мәктәпкә бәйле

Ҡыштың һыуыҡтарында беҙҙең мәктәптә лә буран ҡубамы ни... Ҡайһы бер бүлмәләрҙә ел үтә һуға ла ҡуя. Атай-әсәйҙәр, уҡытыусылар тәҙрәләрҙе күпме генә нығытырға тырышмаһын, файҙаһы бик аҙ. Әсе ел үҙенекен итә, мәктәбемдең йылыһын баҫтыра ла сығара.
Беҙҙә уҡыусылар бик тырыш. Уҡыуҙа ла, спортта ла һынатмайҙар. Малайҙар-ҡыҙҙар һәр ярышта, интернет-конкурс­тарҙа, ойошторолған акцияларҙа ҡатнашып тора. Сиректәрҙе лә яҡшы тамамларға тырышалар. Йыл һайын күмәкләп «Йыл синыфы»н билдәләйбеҙ. Беҙҙең һигеҙенселәр быйыл иң-иңе булып танылды. Атай-әсәйҙәр беҙ еңеүсе бул­ғас, Яҡтыкүлгә походҡа ла алып бар­ҙы. Ошо бәйгелә барлыҡ синыфтар ҡатнаша.
Дөрөҫөн генә әйткәндә, мәктәптә эш ҡайнай! Тик бер генә әйбер күңелде ҡыра: cерек тәҙрәләр. Ошо ҡыйынлыҡты йырып сығыу өсөн беҙҙең ауыл «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы»на ҡушылырға, тигән ҡарар сығарҙы. Бөтөн ауыл ҡатнашҡас, район һәм республика ярҙамы менән мәктәбемдең тәҙрәләрен алыштырырбыҙ, тигән уйҙа йәшәйем. Сөнки мәктәп булһа, ауылыбыҙ ҙа йәшәйәсәк. Ә беҙгә тырышып уҡырға ғына ҡала.

Айлина КҮСӘРБАЕВА, VIII синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы, Ҡаратал мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: