+9 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
27 Декабрь 2021, 09:15

Байрамға әҙерләнәбеҙ

Яңы йыл – төрлө уйынсыҡтар, биҙәүестәр эшләү мәле. Көтөп алған байрам алдынан һәр кем өйөн үҙенә оҡшағанса биҙәргә тырыша. Һуңғы ваҡытта күптәр үҙҙәре яһаған ҡул эштәренә өҫтөнлөк бирә башланы.

Байрамға әҙерләнәбеҙ
Байрамға әҙерләнәбеҙ

Беҙҙең 47-се балалар китапханаһында ла Яңы йыл биҙәүестәре – уйынсыҡтар, ялтырауыҡтар, ҡар бөртөктәре эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтә. Бында балалар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тылсымлы ҡар бөртөктәре яһап, уларҙы ялтыр төҫтәргә буяй. Биҙәктәрҙең һәр береһе төрлө-төрлө, ҡабатланмаҫ, үҙенсәлекле килеп сыға. Ижади эш барышында кескәйҙәр бер-береһе менән байрам алды шатлыҡтары, Ҡыш бабайҙан ниндәй бүләк көтөүҙәре хаҡында ла серләшә.

Фидалиә КӘРИМОВА, Айгөл ЙӘҺҮҘИНА китапханасылар.
Өфө ҡалаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: