-2 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
27 Декабрь 2021, 16:25

"Ижады бай Асанбай!"

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Нәжиб Асанбаевтың 100 йыллыҡ юбилейын билдәләп, тематик дәрестә ҡатнаштыҡ.

"Ижады бай Асанбай!"
"Ижады бай Асанбай!"

Уны район мәҙәниәт һарайының «Йәйғор» халыҡ театры режиссёры Илүзә Мөҙәрис ҡыҙы Шәйәхмәтова ойошторҙо. Шулай уҡ беҙҙең иғтибарға «Ижады бай Асанбай!» исемле китаптар күргәҙмәһе лә тәҡдим ителде. «Эй, Баҡалым» шиғырын И. Шәйәхмәтова, Ә. Ғәлиуллина, Р. Мостафина, Н. Сәфиуллиналар уҡып ишеттерҙе. Драматургтың «Һалдат әсәһе» пьесаһынан өҙөктә «Мираҫ» балалар театрының йәш артистары Р. Сәғәҙәтова (Йәмилә), А. Илһамов (Ғүмәр), И. Әйүпов (Рәсих) һәм «Йәйғор» халыҡ театры ветераны Ғ. Носратова (Рәхимә инәй) ролдәрҙе оҫта итеп башҡарҙы.
Данлыҡлы «Ҡыҙыл паша» спектакленән «Солтан» йырын район мәҙәниәт һарайының йырсыһы Раян ағай Нафиҡов йырланы. Бигерәк моңло йыр икән. Тулҡынланып тыңлап ултырҙыҡ.
Тематик дәрес беҙҙең өсөн бик файҙалы булды, яҙыусының тормошо һәм ижады буйынса күп нәмәләр белдек. Ул иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды.

Илзидә ШӘЙӘХМӘТОВА, IX «Б» синыфы уҡыусыһы.
Әбйәлил районы,
Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназия.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: