+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
28 Декабрь 2021, 13:05

Ҡыш бабайға хат яҙҙыҡ

Һәр бер бала әкиәткә, тылсым барлығына ышана. Ҡыш бабайға хат яҙып, уй-хыялы тормошҡа ашыуына өмөт итә

Ҡыш бабайға хат яҙҙыҡ
Ҡыш бабайға хат яҙҙыҡ

Байрам алдынан китапханабыҙҙағы «33 уй-хыял»түңәрәгендә Яңы йыл тылсымсыһына хат яҙып ҡараныҡ. Китапханасы Ҡыш бабайҙың Бөйөк Устюгта йәшәүен, уның йорто эргәһендә балалар хаттары өсөн айырым бина төҙөлөүе тураһында һөйләне.
Китапханабыҙға ҡунаҡҡа Ҡыш бабай үҙе лә килгәйне. Ул ҡышҡы әкиәттәрҙе хәтергә төшөрөп, викторина ойошторҙо. Матур байрамыбыҙ «Ҡар бабай-хат ташыусы» йән­һүрәтен ҡарау менән тамамланды.

Римма ГӘРӘЕВА,
48-се балалар китапханаһы мөдире.
Өфө ҡалаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: