+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
30 Декабрь 2021, 09:25

Иң-иңдәр өсөн - онлайн фестиваль

Быйылғы XV республика спорт-мәҙәни фестивалендә 26 коррекцион белем усағынан һаулығы буйынса мөмкинлеге сикләнгән 130 уҡыусы ҡатнашты.

Иң-иңдәр өсөн - онлайн фестиваль
Иң-иңдәр өсөн - онлайн фестиваль

Сараны Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы һәм Рима Баталованың «Милләт йәшлеге» төбәк йәмәғәт фонды ойошторҙо. Фес­тивалдең төп йүнәлеше – һаулыҡ яғынан мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың проблемаларына йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеү, сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалау. Сара балаларҙың ижади һәм физик һәләттәрен асыҡлау, декоратив-ғәмәли сән­ғәт, вокал һәм хореография, физик культура һәм спорт йүнәлештәре буйынса ойошторола.
Ҡатнашыусылар үҙ һәләттәрен һәм оҫталыҡтарын күрһәткән видеояҙмаларын онлайн форматта тәҡдим итте. Ғәҙел һәм абруйлы жюри һәр береһен лайыҡлы баһаланы. Был ярыштар һәр ҡатнашыусыға ижади фекерләүен үҫтерергә, яуаплы булырға, үҙен эшлекле шәхес итеп тәрбиәләргә ярҙам итәсәк. Һаулыҡ яғынан мөмкинлектәре сикләнгән балалар ярҙамға, кәңәшкә, шәхес булараҡ үҫештәрен хуплауға һәм оҫталыҡтарын нығытыуға бик мохтаж. Шуға был фестивалдә һәр бәйгесенең еңеүгә ынтылышы мотлаҡ бүләк менән билдәләнә.
Спорт йүнәлеше буйынса Йылайыр коррекцион интернат-мәктәбе еңеүсе булһа, мәҙәниәт буйынса беҙҙең белем усағы I урынды яуланы. Шулай уҡ төрлө номинацияларҙа, ҡыҙҙар һәм малайҙар араһында шәхси беренселектә еңеүселәр билдәләнде.
Фестивалде ябыу тантанаһы беҙҙең интернат-мәктәптә уҙҙы. Бала­лар­ҙы ҡотларға мәғариф министры Айбулат Хажин, Ри­ма Баталованың «Милләт йәш­леге» төбәк йәмәғәт фонды президенты Айрат Дауытов һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар килде.
Еңеүселәргә һәм лауреаттар­ға ҡиммәтле бүләктәр, кубоктар тапшырылды. Байрам тантанаһына йыйылыусылар Гала-концерт ҡарап та кинәнде.

Зөлфиә ӘҒЛИУЛЛИНА.
63-сө коррекцион интернат-мәктәп директоры.
Өфө ҡалаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: