

Арабыҙҙа тик «бишле» билдәләренә генә уҡыған уҡыусылар ҙа бар. Улар – Зөһрә Йомағужина, Диана Фәсхүтдинова, Азат Зарипов. Азатыбыҙ шәп йүгерә, ярыштарҙа призлы урындар ала. Ҡурай түңәрәгенә лә йөрөй. Дианабыҙ матур итеп һүрәттәр төшөрөргә ярата. Нәркәс Зарипова, Алина Хөсәйенова, Юлиә Әбсәләмова бейеү менән шөғөлләнә. Зөһрә шиғырҙар ятлау бәйгеләрендә ҡатнаша. Ә мин физкультура менән рәсем дәрестәрен көтөп алам.
Синыф етәксебеҙ – Диләфрүз Исмәғил ҡыҙы Әбүталипова. Ул алып барған «Лего конструкторлау» тигән дәрестән тыш түңәрәк бөтәбеҙгә лә оҡшай. Сөнки унда беҙ төрлө моделдәр төҙөргә өйрәнәбеҙ.
Әле синыфыбыҙ менән мәж килеп Яңы йылға әҙерләнәбеҙ. Барыһын да байрам менән ҡотлайым. Уҡыуҙарында уңыштар теләйем.
Айсар ҒИБӘТОВ, V синыф уҡыусыһы.
Белорет районы, Шығай мәктәбе.