+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Аҙна буйы - милли кейемдәрҙә!

Беҙҙең Аҡъярҙағы 2-се мәктәптә тирә-яғыбыҙҙағы донъя, баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналыҡтары ойошторолдо. Был саралар бик күңелле һәм ойошҡан рәүештә үткәрелде, эш планы буйынса барлыҡ уҡыусылар ҙа ныҡлы әҙерләнде.

Аҙна буйы - милли кейемдәрҙә!
Аҙна буйы - милли кейемдәрҙә!

Һәр синыф төрлө-төрлө бәйгеләрҙә бик әүҙем ҡатнашты. Ҡыҙҙар, малайҙар һүрәттәр күргәҙмәһендә, викторинала, шиғыр­ҙар­ҙы яттан һөйләүҙә, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән, тирә-яғыбыҙҙағы донъяны өйрәнеү фәненән олимпиадала үҙ көстәрен һынап ҡараны.
Аҙна буйына уҡыусылар­ҙың милли кейемдә һәм тик башҡорт телендә генә аралашып йөрөүҙәре бөтәбеҙҙе лә һоҡландырҙы. Уҡыусылар Мифтахетдин Аҡмулланың «Нәсихәттәр», «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!» шиғырҙарын һөйләп, видеороликтар төшөрөп, интернет селтәрендәге сәхифәләренә ҡуйҙы. Балалар ҙур ихласлыҡ менән башҡорт теле тураһында шиғырҙар һөйләне, йыр­ҙар башҡарҙы. Аҙналыҡты үткәреүсе уҡытыусылар ҙа үҙ эштәренә оло яуаплылыҡ менән ҡарап, һәр сараны үҙенсәлекле, мауыҡтырғыс итеп уҙғарҙы.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, тирә-яғыбыҙҙағы донъя фәне аҙналығында иң әүҙем ҡатнашҡан һәм призлы урындар яулаған уҡыу­сыларға мәктәптән грамоталар тапшырылды. Ошондай ҡы­ҙыҡлы, фәһемле сараларҙа ҙур уңышҡа өлгәшкән синыф етәкселәренә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

Милена КҮСКИЛДИНА,
башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.
Хәйбулла районы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: