+15 °С
Дождь
VKOKTelegram

Аквапаркта һыу ҙа индек

Беҙҙең V синыф уҡыусылары ла ҙур түҙемһеҙлек менән көтөп алды ҡышҡы ялдарын. Бергәләшеп Магнитогорск ҡалаһына сәйәхәт ҡылырға ниәтләгәйнек. Ниһайәт, балаларҙың күптәнге хыялы тормошҡа ашты!

Аквапаркта һыу ҙа индекАквапаркта һыу ҙа индек
Аквапаркта һыу ҙа индек

Ҡаланың бай тарихлы булыуы беҙҙе хайран итте. Бөйөк Ватан һуғышына арналған монументтың бейеклегенә, курант һуғыуына, ҡаланың төҙөклөгөнә һоҡландыҡ. Аквапаркта һыу инеп, рәхәтләнеп уйнап, күңелебеҙҙе күтәрҙек. Кинотеатрға инеп, «Баһадир» исемле кино ҡарап сығыр­ға ла өлгөрҙөк. Әкиәт ҡаласығындағы боҙҙан эшләнгән һындар янында иҫтәлеккә фотоға төштөк. Күңелле һәм фай­ҙалы сәйәхәттән ҙур кинәнес алып, тәьҫир­ләнеп, иҫән-һау йөрөп ҡайттыҡ.
Алда балаларҙы тағы ла оҙайлы каникул көтә ине. Һәр көндө иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәрергә тырыштыҡ. Күмәкләшеп саф һауала тау шыуырға ла барҙыҡ. Мин дә уҡыусыларым менән бергә уйнап-көлөп, ҡарға батып, бала сағымды иҫкә төшөрөп ҡайттым.
Ә етенселәр каникул ваҡытында синыф етәкселәре Фәрит Танһыҡҡужа улы Юнысов менән тәбиғәткә сәйәхәт ҡылды. Урмандағы сихри тынлыҡҡа һоҡланып, йәнлектәрҙең, ҡоштарҙың эҙҙәрен күреп ҡайттылар. Тәбиғәт ҡосағында ҡайнар сәй ҙә тәмле булды.

Әминә ЮНЫСОВА,
V синыф етәксеһе.
Хәйбулла районы, Әбеш мәктәбе.

Аквапаркта һыу ҙа индек
Аквапаркта һыу ҙа индек
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас