

Улар янынан ҡайтҡас, мунса төштөк тә саңғы-саналарыбыҙҙы машинаға һалып алып, Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылында йәшәүсе Наил олатай менән Әлфиә инәйҙәргә ҡунаҡҡа киттек. Сибайҙа көн йылып киткәйне, әммә һауа торошо үҙгәреп, епшек ҡар яуыуын көтмәгәйнек. Баймаҡҡа яҡынайғанда томан башланды, шулай ҙа беҙ бер ниндәй мажараһыҙ барып еттек. Машинанан сыҡһаҡ, ҡар яуып тора. Өйгә инеп сәй эсеп алғас, Кәримә, Ынйыҡай, Наилә апайҙар, Айҙар ағай менән төрлө уйындар уйнаныҡ.
Иртәгеһенә ҡот осҡос буран башланды. Тиҙ генә йыуынып, ашап алдыҡ та тәҙрәнән тышты күҙәтәбеҙ. Наил олатай менән Әлфиә инәйҙе аятҡа саҡырғандар ине. Улар шунда китте. Тик күп тә үтмәне, ҡайтып инмәһендәрме? Һаҡмар аша һалынған күперҙә бер ни ҙә күренмәй икән. Шуға кире боролғандар. Өйҙән генә ҡарап ултырыуы рәхәт. Эргәләге тау ҙа күренмәй, ер менән күк тоташҡан кеүек. Мин атайҙан, бөгөн ҡайтабыҙмы, тип һорағайным, буран тымыңҡыраһа, юлға сығырбыҙ инде, тине. Көтә башланыҡ.
Көн бер аҙ арыуланғас ҡына юлға сығырға булдыҡ. Тышта ҡарлы ел биткә бәрә, кейемгә һырый. Шуға тиҙ генә машинаға ултырҙыҡ та ҡайтып киттек. Юл ыңғайы Баймаҡтағы Дилә инәйҙең хәлен белдек. Унда оҙаҡ булманыҡ, тиҙерәк өйгә ҡайтып етергә кәрәк. Сөнки бесәйебеҙ менән Аҡтырнаҡ тышта тороп ҡалғайны. Этебеҙ бирешмәгән. Бесәй генә һыуһаған, өшөгән. Уларҙы ашатып, үҙебеҙ сәй эскәс, ауылға шылтыратып хәлдәрен белешһәк: «Һеҙ киткәс тә буран тымды», – тинеләр. Һауа торошон алдан әйтеп булмай шул.
Минең ҡышҡы каникулым шулай уҙҙы. Саңғы шыуып булманы, әммә ҡар тотҡонондағы тәьҫораттарҙы бер ҡасан да онотмаҫмын.
Алтынай АҠМАНОВА.
Сибай ҡалаһы, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы.