+28 °С
Облачно
VKOKTelegram

Бүләктәр алып ҡыуандылар

Ғүмерҙең иң бәхетле, ҡабатланмаҫ мәле – бала саҡ.

Бүләктәр алып ҡыуандыларБүләктәр алып ҡыуандылар
Бүләктәр алып ҡыуандылар

Тормошто тик аллы-гөллө нурҙар солғанышында күрер сағыу ваҡыт бит ул. Донъялағы барлыҡ балалар ҙа ата-әсә һөйөүенә ҡойоноп, йөҙҙәре тик шатлыҡ-ҡыуаныстан балҡыһын ине, тип теләге килә.
Бына әле оҙайлы ҡышҡы каникул уҙып та китте. Уны Баймаҡ ҡалаһының «Йондоҙло» балалар баҡсаһында эшләп килеүсе компенсациялау йүнәлешендәге төркөм балалары ҡыҙыҡлы, күңелле итеп үткәрҙе. Улар ҡала үҙәгендәге һырғалаҡта эйҙеләр, боҙ һындар янында уйнанылар. Бүләктәр алып ҡыуандылар. Балаларҙың ҡышҡы ялын фай­ҙалы итеп уҙғарырға ярҙам итеүсе атай-әсәйҙәргә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Яңы йылда Хоҙай беҙҙең барыбыҙға ла тик сәләмәтлек кенә алып килһен ине.

Зилә ӘМИНЕВА.

Бүләктәр алып ҡыуандылар
Бүләктәр алып ҡыуандылар
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас