+8 °С
Ясно
VKOKTelegram

Ярышҡа ла әҙерләндек

Ҡышҡы каникул ваҡытында ла ауылыбыҙ китапханаһында төрлө саралар уҙҙы. Китапханасылар балаларҙың ялын файҙалы һәм күңелле итеү өсөн бар көстәрен һалды.

Ярышҡа ла әҙерләндекЯрышҡа ла әҙерләндек
Ярышҡа ла әҙерләндек

Мәктәп янындағы боҙ майҙансығында «Ҡышҡы уйындар» исемле байрам ойошторолдо. Был көндө ауылыбыҙ шау-гөр килеп торҙо. Беҙ бергәләшеп бейенек тә, йырланыҡ та. Миңә бигерәк тә «Сәкән менән туп һуғыу» оҡшаны. Байрам аҙағында иртәгә тау итәгенә сана шыуырға барырға килешеп таралыштыҡ.
Ҡурыуҙы тауы буйына һәр кем иртә менән ашҡынып, дәртләнеп йыйылды. Берәүҙәр – сана, тюбинг, кемдәрҙер саңғы менән килгән ине. Бөтә балалар ҙа, ололар ҙа сана шыуҙы. Беҙҙең янға Ҡыш бабай ҙа килде. Ул уйында ҡатнашҡандарға бүләктәр таратты. Һуңынан йыл буйына мәҙәниәт усағы ойошторған конкурстарҙа еңеүгә ирешкәндәргә Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.
Өсөнсө көнөнә Байназар ауылы клубына йыйылдыҡ. Беҙ унда Яңы йыл, ҡыш темаһына һүрәттәр төшөрҙөк. Бөтәһенең дә эштәре һоҡланғыс ине. Был көндө китапхананан үҙебеҙгә уҡырға оҡшаған китаптар ҙа алып ҡайттыҡ.
Бөтә каникул буйы беҙ футбол ярышына әҙерлек алып барҙыҡ. Сөнки мәктәптең футбол буйынса ҡыҙҙар командаһы районда беренселекте алып, төбәк финалына үткәйне. Беҙҙе ул ярышҡа әҙерләүсе физкультура уҡытыу­сыһы Вәсилә Әмир ҡыҙы Йәмилева көн һайын күнекмәгә саҡырып торҙо. Бер нисә тапҡыр район үҙәгендәге физкультура-һауыҡтырыу комплексына барып ҡайттыҡ.
Буш ваҡыттарҙа Зариф ҡустым һәм Әлимә апайым менән тышҡа уйнарға сығабыҙ, атайым эшләгән бәләкәй тауҙан шыуабыҙ. Бергәләп тышта Ҡар бабай ҙа эшләп ҡуйҙыҡ.
Ҡышҡы каникулым төрлө ҡы­ҙыҡлы ваҡиғалар, иҫтәлекле көндәр менән онотолмаҫлыҡ булып уҙҙы.

Әлфинә МОСТАФИНА,
йәш хәбәрсе.
Бөрйән районы,
Байназар мәктәбе.

Ярышҡа ла әҙерләндек
Ярышҡа ла әҙерләндек
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас