

Ринат Ғилманов, Фидан Мөхәмәтйәнов, Илнур Нәжметдинов, Искәндәр Тәҡиуллин, Рамаҙан Ғималетдинов, Иҙел Ғарипов, Линар Ғәлимов, Мансур һәм Илсур Закировтар бөйөк шағирыбыҙҙың шиғырҙарын һөйләп ишеттерһә, уҡытыусылар – «Аманат» ҡобайырын. Ә Нәркәс Әхмәтйәнова шағирҙың «Сыңрау торна» шиғырына яҙылған көйгә бейеп, барыһын да таң ҡалдырҙы.
Был көндө Рәми Ғарипов һүҙҙәренә күп йырҙар башҡарылды. Кисә «Туған тел» шиғырына флешмоб менән тамамланды.
Был әҙәби-музыкаль композицияны ауыл китапханаһы мөдире Сәриә Нуриман ҡыҙы Закирова әҙерләне.
Сәүиә ЗАКИРОВА.
Белорет районы.