+21 °С
Болотло
VKOKTelegram
Беҙгә килгән хаттарҙан
23 Февраль 2022, 10:44

Дәресенә ғашиҡ булдым

Миңә уҡытыусы һөнәре ныҡ оҡшай. Шуға IX синыфтан һуң Сибай педагогия колледжына уҡырға индем. Тәүҙә, ауыл ҡыҙы булараҡ, баҙап ҡалдым. Бөтә нәмә ят, яңы уҡытыусылар, яңы дуҫтар, бар дәрестәр тик урыҫ телендә алып барыла. Аҙаҡ өйрәнеп киттем.

Дәресенә ғашиҡ булдымДәресенә ғашиҡ булдым
Дәресенә ғашиҡ булдым

Бына иң тәүге башҡорт теле дәресе башланды. Бүлмәбеҙгә ҡояш­тай балҡып, яғымлы апай килеп инде. Беҙҙең күңелдәр ҙә иреп китте. Ни тиһәң дә, үҙ телебеҙҙәге дәрес бит, көтөп алдыҡ уны. Рәхәтләнеп башҡорт телендә һөйләштек. Дәресебеҙ бер тынала үтте лә китте. Ә йөрәгебеҙҙә мәңгелек саф һәм яғымлы хәтирәләр тороп ҡалды. Бына ниндәй ҡөҙрәткә тиң беҙҙең туған телебеҙ! Уҡытыусыбыҙ һәр беребеҙ менән ентекләп танышып, ҡайһы яҡтан, ниндәй маҡсат менән уҡырға килеүебеҙ тураһында ҡыҙыҡ­һынды, исемдәребеҙҙең мәғәнәһен һораны. Ә дәрес аҙағында етәкләшеп, түңәрәккә баҫып, яҡшылап танышып та бөтмәгән бер төркөм ҡыҙҙар: «Беҙ, буласаҡ уҡытыусылар, халҡыбыҙҙың, телебеҙҙең киләсәге беҙҙең ҡулда!» – тип ҡабатланыҡ. Шул тиклем күңелгә йылылыҡ биргән, мәңге онотолмаҫлыҡ дәрес булды ул.
Ысынлап та, ошо көндән алып башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнара Мөхәррәм ҡыҙы Шакированың дәресенә ғашиҡ булдым. Абруйлы остазым егерме йылдан ашыу Сибай педагогия колледжы студенттарында туған телгә һөйөү, халҡыбыҙ тарихына, мәҙәниәтенә ғорурлыҡ, милли рух сифаттары тәрбиәләй. Уның етәкселегендә уҡыу йортобоҙҙа юғары кимәлдә төрлө саралар, яҙыусылар менән осрашыуҙар, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә, йолаларына арналған байрамдар үткәрелә.
Гөлнара Мөхәррәм ҡыҙы төрлө алымдар, юлдар менән беҙҙе ижади эшләргә өйрәтә. Тел дәресендә һәр үткән темаға әҙәби әҫәрҙәрҙән миҫалдар эҙләйбеҙ. Мәҫәлән, Мостай Кәрим шиғыр­ҙарынан антонимдар, Рәми Ғарипов ижадынан өндәш һүҙҙәр, Ноғман Мусин хикәйәләренән бер составлы һөйләмдәр.
Иң мөһиме, уҡытыусы һәр беребеҙҙе айырым шәхес итеп күрә белә, беҙгә үҙ фекеребеҙҙе әйтә белергә, маҡсатыбыҙға ирешергә ярҙам итә.
Бына шулай күңелгә йылылыҡ, дәрт, илһам биргән башҡорт теле дәрестәрен һәр ваҡыт һағынып көтөп алабыҙ. Киләсәктә уҡытыусыбыҙға оҡшап, үҙ һөнәребеҙҙең оҫтаһы булырбыҙ, тип уйлайым.

Нәзилә ХӘЛИТОВА, II курс студенткаһы.
Сибай ҡалаһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас