+7 °С
Облачно
VKOKTelegram
Беҙгә килгән хаттарҙан
24 Февраля 2022, 04:35

Эргәмдә яратҡан уҡытыусым бар

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары беҙҙе дөрөҫ һөйләшергә, уҡырға, яҙырға өйрәтеү менән бергә халҡыбыҙҙың рухи һәм матди байлығына ихтирам тәрбиәләй. Телебеҙҙе һаҡлау, үҫтереү, киләсәк быуынға еткереү, хал­ҡыбыҙ тарихына, мәҙәниәтенә, сәнғәтенә ихтирам, рух тәрбиәләү өсөн күп көс һала улар.

Эргәмдә яратҡан уҡытыусым барЭргәмдә яратҡан уҡытыусым бар
Эргәмдә яратҡан уҡытыусым бар

Беҙҙе башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәресенән Рәсимә Рауил ҡыҙы Баязитова уҡыта. Мәктәптә, районда һәм республикала билдәле уҡытыусы бит үҙе. Уның уҡыу­сылары – олимпиада, конкурс еңеүселәре, күптәре «Йәншишмә» һәм «Аманат»тың йәш хәбәрселәре. Мәктәбебеҙҙе тамамлаусылар араһында уның юлын дауам итеп, туған тел уҡытыусыһы һәм журналист һөнәрҙәрен һайлаусылар ҙа бихисап. Рәсимә Рауил ҡы­ҙы мәктәптә «Ҡаурый ҡәләм» түңәрәген алып бара. Уҡыу­сыларын журналист һөнәре серҙәренә лә төшөндөрә.
Яратҡан уҡытыусымдың үткәргән һәр дәресен көтөп алам. Сөнки миңә башҡорт теле, әсәм теле булараҡ, бик-бик яҡын. Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә төрлө яҙыусыларҙың ижады һәм тормош юлдары менән танышабыҙ. Миңә бигерәк тә Мостай Кәрим ижадына арналған дәрес оҡшаны. Сөнки иң яратҡан яҙыусым бит ул. «Мостай Кәрим – башҡорт әҙәбиәтен бөтә донъя киңлегенә алып сы­ғыусы оло шәхес. Уның шиғриәте, поэзия һәм драматургияһы, прозаһы һәм дә әҫәрҙәренән «Өс таған»ы хал­ҡыбыҙҙың милли ғорурлығы булып тора», – тип һөйләй уҡытыусым.
Әҙәбиәт дәресендә Мос­тай Кәримдең ижады менән танышабыҙ. Айырыуса уның «Ҡайын япрағы тураһында» шиғырын ныҡ яратып уҡыным. Унда халыҡ шағиры Башҡортостаныбыҙҙы ҡайын япрағы менән сағыштыра, тыуған яғыбыҙҙың матурлығын, сал ҡая-тауҙарын, йыл­ға-күлдәрен, иркен ялан-ҡырҙарын һәм халыҡтың бәхетле тормошон һүрәтләп бирә.
Әйткәндәй, Рәсимә Рауил ҡыҙының һәр дәресе мауыҡтырғыс һәм ҡыҙыҡлы үтә. Ул беҙҙең ижади һәләттәребеҙҙе асырға һәм үҫтерергә тырыша. Һәр дәрестә «Йәншишмә» гәзитенә һәм «Аманат» журналына ҙур иғтибар бүлә. Синыфташтарым араһында ижадҡа һәләтлеләр бик күп кенә. VI синыфта уҡығанда һәр уҡыусы үҙенең шәхси китапсығын сығарҙы. Ул китапсыҡ эсенә йыл дауамында дәрестәрҙә ижад иткән инша, хикәйә һәм шиғырҙар, кроссвордтар туп­ланды. Китапсыҡтың исем туйына билдәле шағирә һәм журналист Айһылыу Рәжәп ҡыҙы Ғарифуллина саҡырылды. Айһылыу апай менән яҡындан аралашыу бөтәбеҙгә лә оҡшаны.
Эйе, минең яратҡан дәрестәрем – башҡорт теле һәм әҙәбиәте. Мәктәп, район һәм республика конкурс­тарында, туған телдәге һәр бәйгелә ҡатнашып киләм. VI синыфта – «Аманат»тың, ә быйыл «Йәншишмә»нең йәш хәбәрсеһе исемен алдым. Әленән-әле ижадым төрлө ваҡытлы матбуғат биттәрендә баҫыла. Киләсәктәге һөнәремде лә ошо өлкәлә күрәм.
Яңыраҡ башҡорт теле аҙналығында миңә лә уҡытыусы булып ҡарау бәхете тейҙе. Алтынсыларға баш­ҡорт әҙәбиәтенән дәрес бир­ҙем. Минең тема Рауил Шаммастың ижадына арналды. Әҙиптең биографияһы менән таныштырып үткәс, шағирҙың «Уҡытыу­сыға» исемле шиғырын күмәкләп уҡыныҡ. Дәрес үткәреү бик оҡшаны, алтынсылар иғтибар менән тыңлап, ниндәйҙер бер ҡы­ҙыҡһыныу менән күҙәтеп ултырҙы. Төрлө темаға һорау биреп тә йөҙәттеләр.
Башҡорт теле дәресенең һәр минуты файҙалы һәм кәрәкле, тип әйтер инем. Сөнки телебеҙҙең үткәнен белеү, бөгөнгөһөн һәм киләсәген хәстәрләү беҙҙең бурыс булып тора. Әйҙәгеҙ әле, дуҫтар, туған телебеҙҙе яҡлап, һаҡлап һәм үҙ телебеҙҙә саф башҡортса ғына аралашып йәшәйек.

Азамат ҠАРАҒОЛОВ, йәш хәбәрсе.
Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас