+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Беҙгә килгән хаттарҙан
24 Февраль 2022, 10:25

Матур саралар үтте

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан синыфыбыҙҙа төрлө саралар үткәрҙек. Рәсем дәресендә уҡыусылар атайҙарҙың портреттарын төшөрҙө.Үҙ ҡулдары менән бүләккә открыткалар яһаны улар.Ҡыҙҙар малайҙарға шиғри бүләктәр әҙерләне, патриотик йырҙар өйрәндек.

Матур саралар үттеМатур саралар үтте
Матур саралар үтте

Тарихты өйрәнеү музейына "Батырлыҡ" дәресенә барҙыҡ. Афған һуғышы  ветераны Рәмил Ғәбит улы  Асулов менән осраштыҡ. Ул әрме хеҙмәте, афған халҡы тормошо, осраған ауырлыҡтар тураһында һөйләне, малайҙарға матур теләктәр әйтте. Уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған күп һорауҙарға яуап алып ҡыуанды.

Малайҙар араһында "Йәгеҙ әле, егеттәр!" ярышы бик күңелле булды. Улар үҙҙәренең спортты яратыуҙарын, физик яҡтан көслө булыуҙарын күрһәтте. Ике командаға бүленеп, төрлө һынауҙарҙы бик етеҙ үттеләр.

Айгөл ҺАТЛЫҠОВА,
башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.

Ауырғазы районы, Талбазы башҡорт гимназияһы.

Матур саралар үтте
Матур саралар үтте
Матур саралар үтте
Матур саралар үтте
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас