+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Беҙгә килгән хаттарҙан
26 Февраль 2022, 09:10

Үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды

Мәктәбебеҙҙә февраль айының бер аҙнаһы башланғыс синыфтар аҙналығы тип иғлан ителде. 

Үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалдыҮткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды
Үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды

Тәүге көн «Күңелле старттар» уйыны менән башланып китте. Беҙ ике командаға бүленеп, төрлө спорт ярыштарында көс һынаштыҡ. Иртәгәһенә үҙебеҙҙе «Бәхетле осраҡ» уйынында һынап ҡараныҡ. Өсөнсө көндә үткәрелгән «Һорайым уйнап ҡына, яуап бир уйлап ҡына» ярышы ла ҡыҙыҡ булды. Викторина һорауҙары беҙҙе уйландырҙы ла, сәмләндерҙе лә. Бик күңелле үтте. Ә күмәкләшеп саф һауала ҡышҡы уйындарҙа ҡатнашыу, ҡар тауында бергәләшеп шыуыу һуң?! Беҙҙең шат тауыштарҙан тирә-яҡ гөрләп торҙо.
Аҙналыҡтың үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды. Матур ярыштар һәм күңелле ял ойошторғандары өсөн уҡытыусыларыбыҙ Рәзилә Таштимер ҡыҙы Дәүләтбаеваға һәм Миләүшә Сәрүәр ҡыҙы Лоҡмановаға, беҙгә тау эшләгән ауылдашыбыҙ Ғәзиз Садиҡов ағайға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.

Гөлзәмиә ҒҮМӘРОВА, IV синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы, Өмөтбай мәктәбе.

Үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды
Үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас